Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЛЕВИНТЕР Михаил Ефимович

Просмотров: 742

ЛЕВИНТЕР Михаил Ефимович (26.10.1916, Тарнополь ҡ., Австро‑Венгрия —   31.7.1996, Һамар ҡ.), инженер‑технолог. Химия фәндәре докторы (1969), профессор (1970). РФ‑тың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1994), СССР‑ҙың нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте отличнигы (1970), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1977). Грозный нефть институтын тамамлағандан һуң (1942) 1948 й. тиклем Орск НЭЗ‑ында эшләй. 1953 й. алып ӨНИ‑лә (1954—62 йй. нефть һәм газ технологияһы кафедраһы мөдире), 1968—96 йй. Һамар техник университетында: 1968—85 йй. нефть һәм газ эшкәртеүҙең химик технологияһы кафедраһы мөдире, 1970—87 йй. тармаҡ лабораторияһы етәксеһе. Фәнни хеҙмәттәре нефть эшкәртеүҙең термик һәм каталитик процестарын камиллаштырыу, катализаторҙар уйлап табыу проблемаларына арналған. Л. етәкселегендә нефть эшкәртеүҙең каталитик процестарын оптималләштереү буйынса тәҡдимдәр яһалған, улар нигеҙендә Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводында һәм “Уфанефтехим” ААЙ‑нда каталитик крекинг  ҡоролмалары үҙгәртеп ҡоролған. 

  Хеҙм.: Глубокая переработка нефти. М., 1992 (авторҙ.); Оборудование и основы проектирования нефтеперерабатывающих заводов. М., 1993 (авторҙ.).

Ж.Ф.Ғәлимов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Ж.Ф.Ғәлимов
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 22.08.2022