Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЛЕПЛЯНИН Геннадий Викторович

Просмотров: 701

ЛЕПЛЯНИН Геннадий Викторович (25.8.1938, Алма‑Ата ҡ. — 29.5.2016, Мәскәү ҡ.), физик‑химик. Химия фәндәре докторы (1979), профессор (1984). БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1988), СССР‑ҙың атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1983). Ленинград технология институтын тамамлағандан һуң (1960) СССР ФА‑ның Органик химия институтында (Ҡазан ҡ.), 1965 й. алып Ҡаҙаҡ ССР‑ы ФА‑ның Химия фәндәре институтында, 1969 й. — Павлодар индустриаль институтында эшләй. 1971 й. башлап Химия институтында (Өфө ҡ.): өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1973 й. алып лаборатория мөдире, 1986 й. — фәнни эштәр буйынса директор урынбаҫары. 1990—91 йй. Бөтә Союз үҫемлектәрҙе химик һаҡлау саралары ҒТИ‑ның (Мәскәү ҡ.) фәнни һәм тәжрибә эштәре буйынса директор урынбаҫары. 1994 й. башлап Бөтә Рәсәй урман хужалығын химиялаштырыу ҒТИ‑нда (Ивантеевка ҡ.) лаборатория мөдире, 2002 й. алып Рәсәй туризм һәм сервис университетында (Мәскәү ҡ.) уҡыта. Фәнни хеҙмәттәре полимерҙарҙың кинетик законлыҡтарын, барлыҡҡа килеү реакцияларының механизмдарын һәм химик әүерелештәрен тикшереүгә, дөйөм һәм махсус тәғәйенләнешле полимерҙар етештереүҙең яңы процестарын уйлап табыуға арналған. Л. тарафынан юғары энергиялы киҫәктәрҙе һәм ионлау нурланыштарын теркәү өсөн радиацияға тотороҡло пластмасса детекторҙар яһау, вегетация ҡоролмаларын ябыу өсөн яҡтылыҡты үҙгәртеүсе полимер материалдар (органик быялалар, Полисветан, Редлайт тибындағы полимер плёнкалар), Сульфакрилат, Glubran елемле медицина‑биология композицияларын, шулай уҡ операцияларҙан һуң өҙлөгөүҙәрҙе һәм дауалау ваҡытын ҡыҫҡартыу өсөн Абактолат бактерицид тегеү материалдарын етештереү технологиялары эшләнгән. “Почёт Билдәһе” ордены менән бүләкләнгән (1986).

Хеҙм.: Сополимеризация N,N‑диметил‑N,N‑диаллиламмонийхлорида с виниловыми мономерами //Высокомолекулярные соединения Б. 2002. Т.44. №5 (авторҙ.); Радиационное старение сшитых полиметилметакрилатов //Журнал прикладной химии. 2004. Т.77. Вып.2 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ю.Ғатауллина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 22.09.2022