Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЛЕРМАН Берта Моисеевна

Просмотров: 679

ЛЕРМАН Берта Моисеевна (23.8.1931, Гомель ҡ.) химик‑органик. Химия ф. д‑ры (1987). Мәскәү нескә химия технологияһы ин‑тын тамамлағандан һуң (1954) 1961 й. тиклем Өфө синтетик спирт з‑дында үҙәк лаб. мөдире. 1964—94 йй. Органик химия ин‑тында өлкән ғилми хеҙм‑р, төркөм етәксеһе, 1993—2000 йй. Башҡорт химия журналының ғилми мөхәррире, бер үк ваҡытта 1995—2000 йй. “Вестник Академии наук Республики Башкортостан” (“Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының хәбәрҙәре”) ж. яуаплы секретары. 2001—03 йй. Израиль технология ин‑тында (Хайфа ҡ.) эшләй. Фәнни хеҙмәттәре каркас структуралы берләшмәләр һәм көкөрторганик берләшмәләр химияһы өлкәһендәге тикшеренеүҙәргә арналған. Л. етәкс. яңы карбокаркас системаларҙы һәм уларҙың тиааналогтарын, арауыҡ йәһәтенән ауырлашҡан алкендарҙы синтезлауҙың эффектив алымдары эшләнә, S‑функция индереү, полихлорлау, тиалактонизациялау, молекула‑ара цикллау ысулдары уйлап табыла. Л. тарафынан тиабицикландар, тетратиаадамантан һәм уның протоизомерҙарының һөлдәлә яңыса төркөмләнеүе асыҡлана һәм өйрәнелә. 130‑ҙан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Каркасные и полициклические пространственно‑затруднённые алкены //Успехи химии. 1995. Т.64. Вып.1; Скелетные трансформации гетерокаркасных соединений, затрагивающие гетерофункцию //Шунда уҡ. 1997. Т.66. Вып.11.

В.Н.Одиноков

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019