Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КАМА‑ЫҠ БАШҠОРТТАРЫ

Просмотров: 1177

КАМАЫҠ БАШҠОРТТАРЫ, башҡ. этник төркөмө. ТР‑ҙың Аҙнаҡай, Аҡтаныш, Алабуға, Баулы, Бөгөлмә, Лениногорск, Менделеев, Минзәлә, Мөслим, Сарман, Туҡай, Әгерже, Ютазы һ.б. райондарында; БР‑ҙың Баҡалы, Илеш, Йәрмәкәй, Краснокама, Туймазы, Шаран һ.б., Удмурт респ. Камбарка һ.б. р‑ндарында йәшәй. 1989 й. ТАССР‑ҙа 19,1 мең, Удмурт АССР‑ында — 5,2 мең башҡорт; 2002 й. ТР‑ҙа 14,9 мең, Удмурт респ. — 4,3 мең, 2010 й. — 13,7 мең һәм 3,4 мең кеше йәшәгән. К.‑Ы.б. һөйләү теле башҡ. теленең төньяҡ-көнбайыш диалектының түбәнге ағиҙелыҡ һөйләшенә ҡарай. Дин тотоусылар — сөнни мосолмандар (ҡара: Сөнниселек). К.‑Ы.б. формалашыуын төньяҡ‑көнбайыш этнографик төркөм ҡәбиләләре: байлар, бүләр, гәрә, йәнәй, ҡырғыҙ, йылан, юрмый, ш. уҡ ирәкте (табын ырыу-ҡәбилә берләшмәһенән) һәм ҫарылы-мең (мең) ырыуҙары тәшкил итә. К.‑Ы.б. күпселеге көньяҡ сығышлы европеоид антропологик тип ҡушылмалы Урал расаһы вәкилдәре булып тора. К.‑Ы.б. ерҙәре 13—14 бб. — Алтын Урҙа, 15 б. алып Ҡазан ханлығы составына ҡарай. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һуң К.‑Ы.б. ерҙәре Өфө өйәҙенә (Ҡазан даруғаһының Ыҡ улусы), 1712 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1719 й.) алып Өфө провинцияһына, 1744 й. — Ырымбур губернаһына, 1781—96 йй. Өфө наместниклығына, 1865 й. — Өфө губернаһына ҡушыла. 1781 й. улар йәшәгән терр‑яларҙа Бөгөлмә өйәҙе һәм Минзәлә өйәҙе барлыҡҡа килә. 1851 й. Бөгөлмә өйәҙе Һамар губернаһына ҡушыла. 18 б. аҙ. идара итеүҙең кантон системаһы индерелгәс, был өйәҙҙең башҡорттары Ырымбур губ. 11‑се һәм 12‑се башҡ. кантондарын тәшкил итә. 19 б. 1‑се ярт. Минзәлә өйәҙендә башҡорттар Байлар, Бүләр, Гәрә, Ирәкте, Ҡырғыҙ, Ҫарылы‑Мең улустарында, Бөгөлмә өйәҙендә — Байлар, Ҡырғыҙ, Ҡыр-Йылан, Юрмый улустарында көн күрә. 1920 й. Минзәлә һәм Бөгөлмә өйәҙҙәре ТАССР составына инә. Минзәлә өйәҙендә 1795 й. — 17,8 мең, 1897 й. — 123 мең, Бөгөлмә өйәҙендә ошоға ярашлы — 3,1 һәм 29,6 мең башҡорт йәшәй. 19 б. башында Бөгөлмә өйәҙендә 3131 башҡорт теркәлгән. Был өйәҙҙәргә мишәр һәм типтәр халҡы башҡаларға ҡарағанда иртәрәк килеп ултыра, 1863 й. Минзәлә өйәҙенең һәр 100 кешеһенә — 39, Бөгөлмәлә — 36,5 күскенсе тура килгән. 18 б. аҙ. башҡ. халҡы булған ауылдар Бөрө өйәҙенең Гәрә улусында һаҡлана. 1920 й. ТАССР‑ҙа 121,3 мең башҡорт йәшәй. К.‑Ы.б. традицион шөғөлө — ярым күсмә малсылыҡ була, 17 б. аҙ. алып игенселек өҫтөнлөк итә. Игенселектең ҡаты баҫыу һәм яндырыу системаһы, өс баҫыулы сәсеү әйләнеше үҫеш ала. Төрлө ер эшкәртеү ҡоралдары: һабан, тырма, ураҡ, салғы ҡулланыла. 19 б. уртаһына Минзәлә өйәҙендә һәр 10 кешегә 4,5 баш һыйыр малы һәм ваҡ мал, 5 дисәтинә арыш сәсеүлеге тура килгән. Бойҙай, һоло үҫтергәндәр. Игенде тирмәндә, һыу тирмәндәрендә тартҡандар. К.‑Ы.б. ш. уҡ һунар, балыҡсылыҡ, ҡошсолоҡ, ағас эшкәртеү м‑н шөғөлләнгәндәр. 18 б. аҙ. Минзәлә өйәҙендә 33 поташ заводы була, унда башлыса башҡорттар эшләй. Улар ш. уҡ Благовещен заводына, Богоявленск заводына, Воскресенка заводына һ.б. мәғдән ташыу м‑н шөғөлләнә. Сауҙа киң үҫешкән була, 19 б. уртаһында өйәҙҙә йыл һайын 7 һәм унан да күберәк йәрминкә үткәрелә. Торамаларҙың традицион тибы — бик ыҡсым урынлашҡан ауыл, унда 100‑гә яҡын йорт һаналған. Торлаҡтар бүрәнәнән 2 яҡ ҡыйыҡлы булған. Йорт башлыса башҡортса йыһазландырылған. Ирҙәрҙең өҫкө кейеме — сәкмән, ҡатын‑ҡыҙҙарҙыҡы — бишмәт, тун. Камзулды ирҙәр ҙә, ҡатын‑ҡыҙҙар ҙа кейгән. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың байрам кейеме еңе, итәге сигелгән күлдәк һәм алъяпҡыс булған. Ир‑егеттәрҙең баш кейеменән бүрек, түбәтәй, эшләпә, ҡатын‑ҡыҙҙарҙыҡынан — ҡалпаҡ, шәл, яулыҡ киң таралған. Аяҡ кейемен башлыса тиренән, ҡайһы берҙә буҫтау ҡушып теккәндәр. Ҡата, сабата, ситек бөтә ерҙә лә ҡулланылған. Ҡатын‑ҡыҙҙарҙың традицион биҙәүестәре — муйынса, гәрәбә һәм аҡыҡтан муйынсаҡ, һырға, семәрле сулпылар һ.б. Минзәлә өйәҙенең Байлар улусы башҡорттары 17—19 бб. 1‑се ярт. үҙ ерҙәрендә Әлмәтмулла, Иҫке Әхмәт Абыҙ, Бойорған, Ҡалмаш, Ҡарамалы, Муртыштамаҡ; Бүләр улусыныҡылар — Иҫәнғол, Мәсәғүт, Сөйәркәй, Табынлыкүл, Түке; Йәнәй улусыныҡылар — Быуаҙ күл, Кәлмырҙа, Ҡарт, Түб. Үрьяҙы; Гәрә улусыныҡылар — Ирмәш, Теләкәй, Таймырҙа, Уразай; Ҡырғыҙ улусыныҡылар — Ҡаҙыҡай; Ҫарылы-Мең улусыныҡылар — Абдулла, Имән, Сарайлы Бикмәт, Сөлөк; Ирәкте улусыныҡылар — Мәлләтамаҡ Шәрип, Наратаҫты, Салаус; Бөгөлмә өйәҙенең Байлар улусыныҡылар — Байлар; Ҡырғыҙ улусыныҡылар — Бәйрәкә; Юрмый улусыныҡылар — Әгер, Ҡарамалы Йылға, Стәрлетамаҡ; Алабуға өйәҙенең һәм Сарапул өйәҙенең Байлар улусыныҡылар — Бәзәкә, Варзы, Ключ Ахтол, Ключ Курбану, Янмырҙа; Бәләбәй өйәҙенең Байлар улусыныҡылар — Мәскәү, Яҡшый, ш. уҡ Ҡыр-Йылан улусы башҡорттары м‑н бергә Абдулла, Атамкүл, Бикташ, Ислам‑баҡты, Ҡолбай, Сүллесат, Сөйәрмәт, Тарҡаҙы, Усмаш Ташлы; Юрмый улусыныҡылар — Мостафа, Наратлы Йылға; Бөрө өйәҙенең Йәнәй улусыныҡылар — Аткүл, Яңы Бөртөк, Иҫке Бөртөк, Ҡайынлыҡ, Айыу, Хажы һ.б.; керҙәшлек килешеүе б‑са Байлар һәм Йәнәй улустары башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә — Биксәйет, Ҡыр-Ҡайын‑Түбә, Мәстей, Яҡшый; Байлар улусында — Адай, Солтанғол, Гәрә улусында — Аҡтанышбаш, Яңы Әлим, Иҫке Әлим һ.б. торама пункттарына нигеҙ һала (ҡара: табл.). Элек К.‑Ы.б. ерҙәре булған терр‑яларҙа Әлмәт, Минзәлә, Яр Саллы, Түб. Кама ҡҡ. төҙөлә.

Әҙәб.: Миржанова С.Ф. Северо-западный диалект башкирского языка (формирование и современное состояние). Уфа, 2006.

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019