Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МАЙСКИЙ Әнүәр Әхкәм улы

Просмотров: 941

МАЙСКИЙ Әнүәр Әхкәм улы [1.3.1929, БАССР‑ҙың Мәсәғүт кантоны Бөтөрөшкән а. (Силәбе өлкәһе Ҡуҫа районы) — 13.8.1989, Өфө ҡ.], инженер‑механик. Техник фәндәр кандидаты (1973). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1954) Башҡортостан нефть үткәргес идаралығы инженеры, прорабы булып эшләй. 1960—89 йй. Бөтә Союз нефтте һәм нефть продукттарын йыйыу, әҙерләү һәм ташыу ҒТИ‑нда: 1961 й. алып проекттарҙың баш инженеры, 1970 й. — сектор мөдире, 1973 й. — лаборатория мөдире, 1987 й. — төп ғилми хеҙмәткәр. М. ҡатнашлығында юғары һөҙөмтә биргән Пластобит 2М изоляция ҡаплауы һәм уны магистраль үткәргес торбаларға ҡаплау технологияһы эшләнгән. СССР МС‑ы премияһы лауреаты (1983).

  Х е ҙ м.: О ремонте нефтепроводов большого диаметра //Транспорт и хранение нефти и нефтепродуктов. 1983. Вып.9 (авторҙ.); Резервы повышения производительности ремонтной колонны //Нефтепромысловое дело и транспорт нефти. 1985. Вып.2 (авторҙ.). 

Р.А.Майский

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 28.03.2023
Связанные темы рубрикатора: