МАЛАХИТ
МАЛАХИТ (грекса malàche — мальва), карбонаттар класы минералы, Cu2[CO3](OH)2. Составында 57,4% баҡыр бар. Кристалдары энәле йәки призма формаһында. Агрегаттары: бөрө һымаҡ, онтаҡлы һәм тупраҡлы массалар (“баҡыр йәшеллеге”). Төҫө йәшел, ебәк кеүек ялтыр. Ҡатылығы 3,5—4,0; тығыҙлығы 3900—4100 кг/м3. Баҡырлы ятҡылыҡтарҙың окисланыу зонаһында барлыҡҡа килә. М. бөрө һымаҡ һарҡым агрегаттары биҙәү ташы сифатында файҙаланыла; тупраҡлы М. — буяу сеймалы; ҡатнаш мәғдәндәрҙә — баҡыр иретеү өсөн ҡулланыла. БР‑ҙа баҡыр колчеданы мәғдәндәре (Учалы баҡыр колчеданы ятҡылығы, Сибай баҡыр колчеданы ятҡылығы, Балтатау, Баҡырүҙәк һ.б.), баҡырлы ҡомташ ятҡылыҡтарында таралған.
А.А.Алексеев
Тәрж. Э.М.Юлбарисов