Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МАЛЬЦЕВ Михаил Васильевич

Просмотров: 996

МАЛЬЦЕВ Михаил Васильевич (10.7.1910, Дон ғәскәре өлкәһе Сельское а. — 19.10.1972, Ырымбур ҡ.), геолог‑нефтсе. Геология‑минералогия фәндәре кандидаты (1966). И.М.Губкин исемендәге Мәскәү нефть институтын тамамлаған (1937). 1940—49 йй. “Туймазанефть” тресының геология бүлеге начальнигы булып эшләй. Фәнни‑производство эшмәкәрлеге девон ултырмаларындағы нефть ятыштарын өйрәнеү һәм үҙләштереү менән бәйле. Туймазы, Серафимовка, Баулы нефть ятҡылыҡтарын, Ырымбур газ ятҡылығын һ.б. асыуҙа ҡатнашҡан. СССР ЮС‑ының 3—4‑се саҡырылыш депутаты. Сталин премияһы лауреаты (1946). Ленин (1948), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1942, 1960) ордендары менән бүләкләнгән.

  Х е ҙ м.: О генезисе туймазинских нефтей //Нефтяное хозяйство. 1946. №11. 

К.С.Баймөхәмәтов

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 31.03.2023
Связанные темы рубрикатора: