Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МАШАҠ СВИТАҺЫ

Просмотров: 1022

МАШАҠ СВИТАҺЫ, урта рифейҙың урындағы аҫҡы стратиграфик бүлексәһе. Машаҡ һыртындағы стратотибы буйынса А.И.Иванов айырып күрһәтә (1934). Ултырмалар А.И.Иванов, К.А.Львов, М.И.Гарань (бөтәһе лә — 1969), А.Ф.Ротару (1971), П.Н.Швецов (1972), В.И.Козлов (1979, 1983, 2003) һ.б. тарафынан тасуирлана. М.с. ҡатламдары Башҡорт мегантиклинорийының көнсығыш битләүендә таралған, Златоуст ҡ. — Белорет районы Үрге Әүжән а. киңлегенән һыҙат (оҙонлоғо яҡынса 270 км, киңлеге 5—10 км) булып субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған һәм Бәләтәр, Оло Ҡарағас, Бешәтәк, Машаҡ, Шәкетар һырттарын, Дүнәнсумған, Ҡалпаҡ, Маяҡ, Ямантау һ.б. тауҙарҙы ҡаплаған. Тигеҙһеҙ сиратлашҡан вулканоген, вулканоген‑ултырма һәм терриген тау тоҡомдарынан тора. Ҡалынлығы 2800—3100 м. Стратиграфик өҙөклөк һәм ауышыу мөйөштәренең 5—7° алып 30—40° тиклем ярашмауы менән юша свитаһының төрлө горизонттарында ята. Аҫҡы, урта һәм өҫкө ярым свиталарға бүленә. Аҫҡы ярым свита метабазальттарҙан, риодациттарҙан, углеродлы‑балсыҡлы һәүерташтарҙан, полимикт алевролиттарҙан, ҡомташтарҙан һәм конгломераттарҙан ғибәрәт, ҡалынлығы 800—1000 м. Урта ярым свита полимикт ҡомташтарҙан, метабазальттарҙан, кварцит‑ҡомташтарҙан, туф-ҡомташтарҙан һәм туф‑алевролиттарҙан, һирәгерәк полимикт алевролит һәм конгломераттарҙан тора, ҡалынлығы 900 м, өҫкө ярым свита полимикт һәм кварцлы ҡомташтарҙан, шулай уҡ составтағы алевролиттарҙан, углеродлы‑балсыҡлы һәүерташтарҙан ғибәрәт; туф‑алевролит һәм эзбизташ ҡатлауҙары бар, ҡалынлығы 600—700 м. М.с. вулканоген һәм ултырма тоҡомдар, псаммиттарҙың йыш ҡына әкренләп йәки ҡапыл псефиттарға, алевриттарҙың — пелиттарға һәм киреһенсә күсеүе нисбәтендә билдәләнгән арыу ғына фациаль үҙгәрештәр кисерә. М.с. вулканоген тоҡомдарҙың ҡалынлығы төньяҡтан көньяҡҡа табан кәмей. U‑Pb һәм Rb‑Sr ысулдары менән киҫелештең нигеҙендәге риодациттарҙы даталау буйынса М.с. йәше 1350±30 һәм 1346±41 млн йылға ярашлы билдәләнә, был аҫҡы юрматыни сигенең йәшен 1350±30 млн йыл тип иҫәпләргә мөмкинселек бирә. 

В.И.Козлов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 06.04.2023
Связанные темы рубрикатора: