Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАҠЫР КОЛЧЕДАНЫ ЯТҠЫЛЫҠТАРЫ

Просмотров: 1946

БАҠЫР КОЛЧЕДАНЫ ЯТҠЫЛЫҠТАРЫ, башлыса сульфид (пирит) составы һәм ер ҡабығы үҫеше океан һәм утрауҙар дуғаһы стадияларының натрий серияһы вулканоген ҡатламдарына тура килеүе хас булған баҡыр һәм баҡыр-цинк комплекслы ятҡылыҡтар ғаиләһе. Б.к.я. сәнәғәттәге әһәмиәте мәғдәндәр составында баҡыр, цинк, ҡурғаш, башҡа металдар, шулай уҡ затлы, һирәк һәм һибелмә элементтар (ҡара: Баҡыр колчеданы мәғдәндәре) булыуы менән билдәләнә. Б.к.я. генезисы төп ролдәге вулканоген ултырма процесының башланған сағынан алып полигенлы һәм полихронлы. Б.к.я. диңгеҙ һыуына ҡойған гидротермаль эретмәләрҙән диңгеҙ һәм океан төптәрендә барлыҡҡа килә. Мәғдәндәрҙең беренсел үҙенсәлектәре метаморфик һәм тектоник үҙгәреүҙәр арҡаһында байтаҡ боҙола. Б.к.я. контраслы дифференциацияланған (базальт-риолит) һәм туҡтауһыҙ дифференциацияланған (базальт-андезибазальт-андезит-дацит-риолит) формацияларының вулканоген ҡатламдарынан һалынған кальдера һәм көмбәҙ типтары палеовулкан ҡоролмаларына тура килә. Мәғдәнләнеү палеовулкан депрессияларға тартым. Мәғдән есемдәре линза формаһында була һәм һыйҙырған тоҡомдар менән килешле ята. Улар һыйҙырған тоҡомдарҙың мәғдән яны үҙгәрештәренең ҡеүәтле зоналары менән бергә бара, айырыуса серицит, кварц, хлорит кеүек минералдар хас. Ер өҫтөнә яҡын шарттарҙа Б.к.я. мәғдәндәре окислана һәм “тимер эшләпәләр” барлыҡҡа килә, унда саф алтындың сәнәғәт масштабтарына тиклем концентрацияһы килеп сыға. БР территорияһында Б.к.я. 4 мәғдән районына тура килә: Учалы, Сибай, Баймаҡ һәм Бүребай. Учалы мәғдән районында эре (Учалы баҡыр колчеданы ятҡылығы, Яңы Учалы) һәм уртаса (Көнбайыш Озёрный) баҡыр-цинк, шулай уҡ ваҡ баҡыр (Озёрный) ятҡылыҡтары урынлашҡан. Сибай мәғдән районында эре баҡыр-цинк (Сибай баҡыр колчеданы ятҡылығы) һәм ваҡ баҡыр (Баҡырүҙәк, Ҡамаған һ.б.) ятҡылыҡтары бар. Сибай ятҡылығы — асыҡ (1939 й. алып) һәм ер аҫты (1985 й. алып), Ҡамаған ятҡылығы ҡатнаш ысулдар менән эшкәртелә, башҡа ваҡ ятҡылыҡтар 20 б. 1‑се яртыһында үҙләштерелгән. Баймаҡ мәғдән районында үҙенсәлекле баймаҡ тибына ҡараған (запастары буйынса ваҡ, әммә мәғдәндәргә бай) барит һәм галенит менән баҡыр-цинк-алтын колчеданы ятҡылыҡтары үҫешкән. Түбә, Троицк, Граф, Таналыҡ-Баймаҡ, Ыуараш, Япай, Юлалы, Баҡыртау, Таштау ятҡылыҡтары үҙләштерелгән; Балтатауҙы эшкәртеү туҡтатылған, Майский, Көнсығыш Семёновка ятҡылыҡтары эшкәртелә. Бүребай мәғдән районында баҡыр-цинк ятҡылыҡтары үҫешкән. Уртаса Бүребай һәм ваҡ Маҡан ятҡылыҡтары үҙләштерелгән, эре Юбилейный баҡыр колчеданы ятҡылығы һәм Подольск баҡыр колчеданы ятҡылығы разведкаланған. Юғары сифатлы мәғдән запаслы (10 млн т) Октябрьский ятҡылығы Маҡан ятҡылығы янында урынлашҡан һәм 1976 й. алып файҙаланыла. Бүребай мәғдән районындағы баҡыр мәғдәне үҙәген асҡан һәм разведкалаған өсөн Башкиргеология ПБ хеҙмәткәрҙәре төркөмө СССР‑ҙың Дәүләт премияһына лайыҡ була (1980).

Е.В.Попов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.04.2023
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: