Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАҠЫР КОЛЧЕДАНЫ МӘҒДӘНДӘРЕ

Просмотров: 1781

БАҠЫР КОЛЧЕДАНЫ МӘҒДӘНДӘРЕ, составында көкөрт колчеданы, баҡыр һ.б. төҫлө металдар сульфиды булған тәбиғи минераль ҡатламдар. Төп мәғдән минералдары пирит, халькопирит, сфалерит, ҡайһы бер ятҡылыҡтарҙа төп минерал — пирит — пирротин һәм магнетит менән ассоциациялаша. Аҙ миҡдарҙа — борнит, халькозин, галенит, тоноҡ мәғдәндәр, гематит, һирәгерәк арсенопирит, алтаит, гёссит, буланжерит, алтын, киноварь, гринокит һ.б. осрай. Б.к.м. өҫтөнлөк итеүсе структуралары нәҙек һәм ваҡ бөртөклө, һирәгерәк метаколлоидлы, текстуралары брекчия һымаҡ, ҙур, сыбар, һыҙыҡлы. Төп файҙалы компоненттары — баҡыр, цинк, көкөрт, алтын, көмөш, зарарлылары — мышаяҡ, һөрмә, фтор һәм терегөмөш. Юлдаш компоненттары һирәк һәм һибелмә элементтарҙың (араларынан кадмий, селен, теллур, индий, галлий, германий, висмут, кобальт сәнәғәт өсөн файҙалы булырға мөмкин) ҙур төркөмөнән тора. Төп файҙалы компоненттары күләменә ҡарап Б.к.м. баҡыр (баҡыр 0,5%‑тан күберәк, цинк 1%‑тан әҙерәк), баҡырлы цинк (баҡыр 0,5%‑тан күберәк, цинк 1%‑тан күберәк) һәм көкөрт колчеданы (баҡыр 0,5%‑тан әҙерәк, цинк 1%‑тан әҙерәк) сәнәғәт сорттарына бүленә. Б.к.м. запастары һәм сығарылышы буйынса Башҡортостан Урал иҡтисади районында Ырымбур өлкәһенән һуң икенсе урынды биләй. БР буйынса Б.к.м. баҡырҙың уртаса миҡдары — 2,4%, цинктыҡы — 1,6%, алтындыҡы — 1,64 г/ т, көмөштөҡө — 30,6 г/ т.

Е.В.Попов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 15.05.2023
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: