Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

САФ БАҠЫР

Просмотров: 850

САФ БАҠЫР, саф элементтар класы минералы, Cu. Составында алтын, көмөш, тимер һ.б. ҡушылмалар бар. Куб һәм додекаэдр рәүешендә кристаллана. Агрегаттары епкә оҡшаш, тимерсыбыҡлы, мүк кеүек; бүленде формалары: онтаҡ, конкрециялар, дендриттар, ярыҡтарҙы тултырыу фигуралары. Төҫө алһыу, һоро һәм сыбар йүгергән ҡыҙғылт һары. Ҡатылығы 2,5—3; тығыҙлығы 8400—8900 кг/м3. Йомшаҡ, еңел сүкелә. Төрлө геологик процестар ваҡытындағы кислородһыҙ шарттарҙа һәм гидротермаль ятҡылыҡтарҙа, азурит, ковеллин, куприт, малахит, халькозин менән бәйләнештә баҡыр сульфиды ятҡылыҡтарының окисланыу зоналарында барлыҡҡа килә; метеориттарҙа була. Баҡыр алыу өсөн ҡулланыла. БР‑ҙа С.б. баҡыр колчеданы ятҡылыҡтарының (Учалы баҡыр колчеданы ятҡылығы, Сибай баҡыр колчеданы ятҡылығы, Баҡырүҙәк һ.б.) өҫкө горизонттарында һәм баҡырлы ҡомташтарҙа осрай.

Е.В.Попов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 27.04.2023