Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МЕТАЛЛОГЕНИЯ

Просмотров: 1197

МЕТАЛЛОГЕНИЯ, ваҡыт һәм арауыҡ эсендә файҙалы ҡаҙылмаларҙың барлыҡҡа килеүен һәм урынлашыу законлыҡтарын өйрәнгән геология бүлеге. Дөйөм һәм төбәк (боронғо платформалар, йыйырсыҡлы өлкәләр, ҡуҙғалыусан бүлкәттәр үҫешенең башланғыс этаптары һ.б.), экзоген һәм эндоген (файҙалы ҡаҙылмаларҙың һәм геол. процестарҙың төрҙәре б‑са) М. айырыла. М. төп бурыстары: мәғдәнләнеүҙең геол. факторҙар (магматизм, һынылыш, ултырма һәм вулканик фациялар һ.б.) һәм мәғдән туплау шарттары м‑н бәйләнеше критерийҙарын өйрәнеү, мәғдәнле майҙандарҙың үҙенсәлекле төрҙәрен системалау, яңы мәғдәнле объекттарҙы күҙаллау. М. төп алымдарының береһе — металлогеник анализ (мәғдән барлыҡҡа килеү осорҙарын айырып күрһәткән махсус карталар төҙөү). 20 б. 50‑се йй. үҙ аллы тармаҡ булараҡ формалаша (Ю.А.Билибин). БР‑ҙа металлогеник тикшеренеүҙәр 60‑сы йй. башлана (Г.И.Водорезов, В.А.Прокин), Геология институтында дауам ителә (И.Б.Серавкин, П.Ф.Сопко һ.б.). Көньяҡ Уралда металлогеник районлаштырыу үткәрелә, мәғдән барлыҡҡа килеү осорҙары бүленә: рифей (стратиформлы сидерит, магнезит һәм барит‑ҡурғаш‑цинк ятҡылыҡтары), ордовик‑урта девон (хромит һәм баҡыр колчеданы мәғдәне ятҡылыҡтары), һуң девон (боксит), карбон‑пермь (баҡыр‑порфир, алтын мәғдәне ятҡылыҡтары), пермь (баҡырлы ҡомташтар, марганецлы эзбизташ ятҡылыҡтары), мезокайнозой (окисланған алтын, марганец мәғдәндәре һәм тимер мәғдәндәре, һоро күмер ятҡылыҡтары, һибелмә ятҡылыҡтар).

Әҙәб.: Б и л и б и н Ю.А. Металлогенические провинции и металлогенические эпохи. М., 1955. 

 И.Б.Серавкин

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: