Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МӘРҘӘНШИНА Ләйлә Хәниф ҡыҙы

Просмотров: 1247

МӘРҘӘНШИНА Ләйлә Хәниф ҡыҙы [15.5.1927, БАССР‑ҙың Бөрө кантоны Үрге Маншыр а. (БР‑ҙың Илеш р‑ны) — 10.9.2017, Октябрьский ҡ.], Соц. Хеҙмәт Геройы (1959). БАССР‑ҙың атҡ. нефтсеһе (1976), СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1977). 1944 й. алып Дүртөйлө р‑нында уҡытыусы. 1946—85 йй. “Туймазанефть” НГДУ‑һында эшләй: нефть һәм газ сығарыу операторы, 1971 й. башлап профсоюз к‑ты рәйесе урынбаҫары, НГДУ‑ның Техника йортонда техника кабинеты мөдире. Күп скважиналы хеҙмәтләндереү инициаторы, яңы быраулау техникаһын һәм нефть һурҙырыу технологияһын ғәмәлгә индереүҙә ҡатнашҡан. СССР ЮС‑ының 7‑се, БАССР ЮС‑ының 5‑се саҡырылыш депутаты. Ленин (1959), “Почёт Билдәһе” (1962) орд. м‑н бүләкләнгән.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 08.11.2019