Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МӘХМҮТОВ Әнәс Хөсәйен улы

Просмотров: 2042

МӘХМҮТОВ Әнәс Хөсәйен улы [15.1.1930, БАССР‑ҙың Өфө кантоны Яңы Уҫман а. (БР‑ҙың Шишмә районы) — 31.7.2020, Өфө ҡ.], иҡтисадсы. БР ФА академигы (1995), иҡтисад фәндәре докторы (1983), профессор (1984). РСФСР‑ҙың (1990) һәм БАССР‑ҙың (1977) атҡаҙанған фән эшмәкәре, РФ‑тың почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (1999). БАХИ‑ны (1955), КПСС ҮК эргәһендәге Ижтимағи фәндәр академияһын (Мәскәү ҡ., 1966) тамамлаған. 1955 й. алып ВЛКСМ Башҡортостан өлкә комитетының бүлек мөдире урынбаҫары, секретары, 1959—63 йй. БАССР‑ҙың мәҙәниәт министры урынбаҫары. 1966 й. башлап БАХИ‑ның, 1967 й. — БДУ‑ның сәйәси экономия кафедраһы мөдире. 1992—98 йй. Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы ректоры. Фәнни тикшеренеүҙәре сәйәси экономия методологияһына, төбәк иҡтисадын тергеҙеүгә, социаль үҫешкә, баҙар мөнәсәбәттәренең формалашыуына арналған. М. етәкселегендә БР‑ҙың социаль-иҡтисади үҫешенең “Башҡортостан—2015: үҫеш стратегияһы” оҙайлы стратегия концепцияһы эшләнә (2004). 1994—2011 йй. “Экономика и управление: научно-практический журнал” журналының баш мөхәррире. 1982—2005 йылдарҙа Рәсәйҙең Ирекле иҡтисад йәмғиәтенең Башҡортостан республика идараһы рәйесе. “Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” (2010), Салауат Юлаев (2020) ордендары менән бүләкләнгән.

Х е ҙ м.: Промышленные комплексы и их эффективность. Уфа, 1968; Вопросы изучения и анализа межотраслевых связей экономических районов. М., 1973; Государство. Экономика. Реформы. Уфа, 1999.

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 22.10.2021
Связанные темы рубрикатора:
Шәхестәр:
Связанные статьи: