НАВРОЗОВ Матвей Андреевич
887
НАВРОЗОВ Матвей Андреевич, дәүләт эшмәкәре. Действительный статский советник. Дворяндарҙан. 1802— 08 йй. Слободско‑Украина губ. вице-губернаторы, 1811—22 йй. Ырымбур граждан губернаторы. Ватан һуғышы (1812) осоронда халыҡ ополчениеһы полктарын ойоштороуҙа һәм уларҙы тәьмин итеүҙә ҡатнаша, Ырымбур губернаһы халҡынан аҡса, башҡорттарҙан хәрби ихтыяж өсөн строевой ат йыйыуҙы ойоштора. Отставкаға сыҡҡандан һуң, Бәләбәй ҡ. һәм Бәләбәй өйәҙенең Спасское а. йәшәй.
Әҙәб.: Г у д к о в Г.Ф., Г у д к о в а З.И. С.Т.Аксаков. Семья и окружение: краевед. очерки. Уфа, 1991.
И.М.Гвоздикова
Тәрж. М.Х.Хужин
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Энциклопедиялар: