НУҒАЙБӘКОВТАР
НУҒАЙБӘКОВТАР, кантон башлыҡтары. Бөгөлмә өйәҙе Юрмый улусы Урсай а. (ТР‑ҙың Аҙнаҡай р‑ны) башҡорттары. Көрмәнкәй Н. билдәле, 1803—20 йй. 12‑се башҡ. кантоны башлығы була. Уның улы — Шаһингәрәй Көрмәнкәй улы Н. (1790—?), сотник (1829), 1820—36 йй. 12‑се башҡ. кантоны башлығы. 1836 й. вазифаһынан алына, орд. мәхрүм ителә, 2‑се мишәр кантонына, 1839 й. — 12‑се башҡ. кантонына йәшәргә күсерелә. Поташ з‑ды (Бәләбәй өйәҙе), тирмән (Бөгөлмә өйәҙе) хужаһы була. 4‑се дәрәжә Изге Станислав орд. (1833), көмөш миҙал (1832) м‑н бүләкләнгән. Уның улы — Солтангәрәй Шаһингәрәй улы Н. (1822 й. тирәһе — ?), яҫауыл (1860). Неплюев кадет корпусын тамамлаған (1845). 1848—52 йй. 10‑сы линия Ырымбур батальоны эргәһендәге Хәрби суд комиссияһында тәржемәсе. 1854 й. алып 4‑се мишәр кантоны башлығы, 1856—63 йй. 22‑се башҡ. кантоны башлығы. “1853—56 йылдарҙағы Көнсығыш һуғышы иҫтәлегенә” бронза миҙалы м‑н бүләкләнгән. Н. нәҫеле 19 б. 1‑се ярт. Ырымбур губ. дворян нәҫел тарихы китабына индерелгән.
Л.Ф.Таһирова
Тәрж. М.Х.Хужин