Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

НУҒАЙБӘК ҠӘЛҒӘҺЕ

Просмотров: 1400

НУҒАЙБӘК ҠӘЛҒӘҺЕ, Н у ғ а й б ә к, Ы ҡ ҡ ә л ғ ә һ е, 1736—37 йй. Ыҡ й. (Кама й. ҡушылдығы) уң ярында Нуғайбәк а. урынында В.Н.Татищевтың инициативаһы б‑са Түб. Кама аръяғы сик һыҙығы (ҡара: Кама аръяғы сик һыҙығы) м‑н Минзәлә һәм Шишмә ҡәлғәләре араһын һаҡлау, башҡорт ихтилалдарын (1735—40) баҫтырыу барышында суҡындырылған хеҙмәтле башҡорттар м‑н татарҙарҙы, һуңыраҡ — православие динен ҡабул итеү шарты м‑н ҡаҙаҡ әсирлегенән ҡотолғандарҙы (ҡара: “Новокрещенская контора”) урынлаштырыр өсөн хәрби нығытма булараҡ нигеҙ һалына. 1737 й. ҡәлғәлә 784 кеше: вахмистр, яҫауыл, суҡындырылғандар (509), Ырымбур казактары (6), яңы теркәлгән башҡорт һәм татарҙар (264), писарҙар (2), рухани урынлаша. 1773 й. Н.ҡ. 2 меңгә яҡын кеше (гарнизонда — 110 һалдат) иҫәпләнә. Халҡы башлыса игенселек, умарт‑ҡ, кәсепселек м‑н шөғөлләнгән. 1737 й. алып Өфө провинцияһы, 1744 й. — Ырымбур губернаһы составында була. 1748 й. И.И.Неплюевтың юллауы б‑са Н.ҡ. гарнизоны казактары Ырымбур регуляр булмаған корпусы (ҡара: Ырымбур казак ғәскәре) составына индерелә. Крәҫтиәндәр һуғышы (1773—75) барышында ҡәлғә халҡы баш күтәреүселәргә ҡушыла. 1773 й. дек. Е.И.Пугачёвтың бойороғо б‑са ҡәлғәнең атаманы итеп В.И.Торнов билдәләнә. 1774 й. февр. ҡәлғә А.И.Бибиков етәкс. хөкүмәт ғәскәрҙәре, февр. 2‑се ярт. — Ҡаранай Моратов, Ҡыҙрас Муллаҡаев, Ҡәйеп Ейәнбәтов, Торнов һәм И.И.Ульяновтың баш күтәргән отрядтары, 6 мартта А.Л.Ларионов етәкс. хөкүмәт ғәскәрҙәре тарафынан баҫып алына. 19 б. 1‑се ярт. хәрби әһәмиәтен юғалта, 2‑се ярт. Бәләбәй өйәҙенең Нуғайбәк а. булараҡ теркәлә, хәҙ. БР‑ҙың Баҡалы р‑ны Нуғайбәк а. 

Р.Ғ.Буканова

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019