Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МИЛЛӘТТӘР ЭШТӘРЕ БУЙЫНСА ХАЛЫҠ КОМИССАРИАТЫ

Просмотров: 1149

МИЛЛӘТТӘР ЭШТӘРЕ БУЙЫНСА ХАЛЫҠ КОМИССАРИАТЫ, совет власының милли дәүләт төҙөлөшөнә етәкселек иткән үҙәк дәүләт органы. 1917 й. 26 окт. 2‑се Бөтә Рәсәй Советтар съезында ойошторола. Мәскәүҙә урынлашҡан. Бөтә Рәсәй ҮБК һәм РСФСР ХКС‑ына буйһона. Коллегиянан, 11 урындағы комиссариаттан һәм 8 бүлектән тора. Кәңәшмә органы — Милләттәр советы. Автономиялы респ., авт. өлкәләрҙең һәм коммуналарҙың башҡарма ком‑ттарында, РСФСР м‑н килешеү б‑са бәйләнгән башҡа совет респ. хөкүмәттәре эргәһендә үҙ вәкиллектәрен булдыра. М.э.б.х.к. совет власының 1917 й. 15 нояб. ҡабул ителгән “Рәсәй халыҡтары хоҡуҡтары декларацияһы”нда сағылдырылған милли сәйәсәтте тормошҡа ашырыу бурысы йөкмәтелә. Ул милли сәйәсәт өлкәһендә дәүләт саралары__ коммуналарға РСФСР‑ҙың үҙәк органдары м‑н үҙ‑ара мөнәсәбәттәрендә ярҙам күрһәтә, ХКС һәм РСФСР ҮБК‑ның милли мәсьәләләр б‑са декреттары м‑н ҡарарҙарының учреждениелар һәм вазифалы кешеләр тарафынан үтәлешен күҙәтә, милли кадрҙар араһынан сәйәси хеҙм‑рҙәр әҙерләү м‑н шөғөлләнә, большевиктарҙың милли сәйәсәтен ҡабул итмәгән ойошмаларға ҡаршы көрәшә һ.б. Милли комиссариаттарҙың бурыстары: милли адм.‑терр. автономиялар нигеҙҙәрен эшләү; совет власының үҙәк органдарына халыҡ ихтыяждары т‑да мәғлүмәт биреү; совет милли сәйәсәтен пропагандалау; совет власы органдары һәм милләттәр араһындағы конфликттарҙы яйға һалыу һ.б. Милли комиссариаттың 1922 й. 22 мартында Эске Рәсәй мосолмандары эштәре комиссариаты (ҡара: Үҙәк мосолман комиссариаты) тарафынан эшләнгән ТатарБашҡорт Совет Республикаһын ойоштороу т‑да положениены раҫлаған декреты донъя күрә. М.э.б.х.к. 1923 й. июлендә бөтөрөлә. Халыҡ комиссары — И.В.Сталин. Баҫма органдары: “Жизнь национальностей” (“Милләттәр тормошо”) гәз. (1922 й. алып журнал), “Новый Восток” (“Яңы Көнсығыш”) ж. һ.б.

Әҙәб.: П е с и к и н а Е.И. Народный комиссариат по делам национальностей и его деятельность в 1917—1918 годах. М., 1950.

 C.Ф.Ҡасимов

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019