Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КОМИССАРОВ Гурий Иванович

Просмотров: 1226

КОМИССАРОВ (Иванов) Гурий Иванович (3.10.1883, Ҡазан губ. Ядринск өйәҙе Богатырёво а. — 25.2.1969, Киров өлк. Санчурск ҡсб), тыуған яҡты өйрәнеүсе. Дини тәғлимәт канд. (1913). Ҡазан дини акад. тамамлағандан һуң (1913) Өфө уҡыу йорттарында, 1926—41 йй. Ҡазанда, 1942—57 йй. Санчурскиҙа уҡыта. Сыуаштарҙың тарихын һәм этнографияһын өйрәнә, Көньяҡ Урал буйында йәшәгән сыуаштар т‑да тарихи, этнографик һәм фольклор материалдарын йыйыу м‑н шөғөлләнә, уларҙың бер өлөшөн Башҡортостан үҙәк тыуған яҡты өйрәнеү музейына (ҡара: Милли музей) тапшыра. Сыуаш мәктәптәре асыуға булышлыҡ итә. 400‑гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы. Өфө губерна ғилми архив комиссияһы ағзаһы.

Хеҙм.: Чуваши Казанского Заволжья //Известия общества археологии, истории и этнографии. Казань, 1911. Т.27. Вып.5; Чуваши: краевед. очерк //Башкирский край. Уфа, 1928; Чаваш халахе малалла кайе-ши, кайме-ши? Уфа, 1918.

Әҙәб.: Гурий Комиссаров — краевед и просветитель. Уфа, 1999. 

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019