Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ОРСК, ҡала

Просмотров: 869

ОРСК, Яман‑ҡала, ҡала (1865 й. алып), Орск өйәҙенең адм. үҙәге (1865—1920). 1735 й. Ырымбур ҡала‑ҡәлғәһе булараҡ нигеҙ һалына, 1739 й. алып Орскҡәлғәһе. 19 б. 90‑сы йй. уртаһында 900‑ләп хужалыҡ иҫәпләнгән. 1897 й. 14016 кеше (башҡорттар — 724, ҡаҙаҡтар — 139, мордвалар — 200, урыҫтар — 9363, татарҙар — 3035 һ.б.) йәшәгән, 1912—13 йй. — 21185 кеше. Халҡы күбеһенсә игенселек, малс‑ҡ, сауҙа, төрлө кәсеп м‑н шөғөлләнгән. 1885 й. 20 ваҡ һөнәрселек пр‑тиеһы булған. Сауҙа алмашыу дворында алып барылған. 19 б. 90‑сы йй. уртаһында сиркәүмәхәллә мәктәбе, өйәҙ уч‑щеһы, дауахана, мәсет, 3 сиркәү һ.б. эшләй. 1881 й. О. аша Турғай—Орск тракты, 1923 й. Ташкент т. юлы үтә. 1891 й. О. буласаҡ император Николай IIбулып китә. 1870 й. ҡала думаһы һәм башҡармаһы эш башлай. 1917 й. дек. О. Совет власыиғлан ителә, 1919 й. авг. тамам урынлаша. Граждандар һуғышы барышында О. 1918 й. сент. Рус армияһы частары, 1919 й. февр. — РККА‑ның егерме дүртенсе уҡсылар дивизияһы урынлаша. Хәҙ. Ырымбур өлкәһенең өлкә буйһоноуындағы ҡалаһы.

Әҙәб.: Лукерченко М.П. Орск: ист. очерк. Силәбе, 1968 й.; Секрет М.Г., Лукерченко М.П., Воронов П.М. Орск. Силәбе, 1980 й.

Р.Ғуканова

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: