Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КЕСЕ КӘШӘНӘ

Просмотров: 773

КЕСЕ КӘШӘНӘ, тарих һәм архитектура ҡомартҡыһы. 14 б. ҡарай. Шишмә р‑ны Түбәнге Тирмә а. көнсығышҡа табан 1 км алыҫлыҡта Ыҫлаҡ й. (Дим й. басс.) һул ярында урынлашҡан. Р.Г.Игнатьев, В.С.Юматов тарафынан тасуирлана, 20 б. 50‑се йй. Б.Ғ.Кәлимуллин, 1985 й. Г.Н.Гарустович өйрәнә. Кәшәнә дүрткел нигеҙле (6×6 м), бөтә яғы ла тигеҙ ҡоролманан тора. Стеналары (ҡалынлығы 0,8 м, бейеклеге 0,4 м) аҡ эзбизташ киҫәктәренән һалынған. Ишеге (киңлеге 0,85 м) көньяҡта урынлашҡан. Тура мөйөшлө ҡәбер соҡорҙарында 4 мәйет табылған (2 ир‑егет, ҡатын-ҡыҙ, бала). Мәйеттәр ағас табуттарҙа салҡан ятҡырып, баштары м‑н көнбайышҡа йәки төньяҡ-көнбайышҡа ҡаратып, йөҙҙәрен көньяҡҡа бороп ерләнгән. Болғар тибындағы иртә мосолман ерләү ҡомартҡыларына ҡарай.

Әҙәб.: Гарустович Г.Н. Погребения в каменных мавзолеях Башкирского Приуралья //Наследие веков. Охрана и изучение памятников археологии в Башкортостане. Уфа, 1995. Вып.1.

Г.Н.Гарустович

Тәрж. М.В.Хәкимова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019