Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МӘНӘК АРХЕОЛОГИК КОМПЛЕКСЫ

Просмотров: 1020

МӘНӘК АРХЕОЛОГИК КОМПЛЕКСЫ, 6—8 бб. археологик ҡомартҡыһы. Краснокама р‑нының Мәнәк а. эргәһендә урынлашҡан. М.а.к. ҡаласыҡ, 2 тораҡ һәм ҡәберлек инә. 1967—68 йй. Н.А.Мәжитов тарафынан асыла һәм өйрәнелә.

Мәнәк ҡаласығы ауылдан көнсығышҡа табан 3 км алыҫлыҡта Тере Танып й. уң ярында урынлашҡан. Ур (бейеклеге 0,6—0,7 м), соҡор (тәрәнлеге 0,7—0,9 м) һәм йырын м‑н нығытылған.

Мәнәк торағы I ауылдан төньяҡ‑көнбайышҡа табан 1— 1,5 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Керамика Пьяный Бормәҙәниәте һәм Бахмут мәҙәниәте һауыттары фрагменттарынан ғибәрәт.

Мәнәк торағы II ауылдан көньяҡҡа табан 1 км алыҫлыҡта Тере Танып й. уң ярында урынлашҡан. КерамикаБахмут мәҙәниәте һауыттарының фрагменттарынан тора. Хужалыҡ соҡорҙары табылған.

Мәнәк ҡәберлеге ауылдан көньяҡҡа табан 1 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Ҡурғанлы ҡәберлектәргә ҡарай. 42 ҡәбер тикшерелгән. Мәйеттәр тәрән тура мөйөшлө ҡәбер соҡорҙарында салҡан һалып, баштары м‑н башлыса төньяҡҡа ҡаратып ерләнгән; баш остарында һауыттар табылған. Керамика Кушнаренко мәҙәниәте һауыттарынан (йоҡа тышлы, горизонталь һыҙыҡтар, шыма һәм тешле штамп эҙе м‑н биҙәлгән) ғибәрәт. Ир заты ҡәберҙәрендә ҡорал (йәйә өсөн һөйәк пластинкалар, тимер уҡ башаҡтары, бысаҡтар, ҡолаҡлы балта, ҡылыс, ағас ҡындар), бил ҡайыштары (бронза һәм көмөш тәңкәләр, таралғылар), ат егеү кәрәк‑ярағы (ауыҙлыҡтар һәм тимер өҙәңгеләр), ат һөйәктәре; ҡатын‑ҡыҙҙыҡында — биҙәүестәр (һөйәк элмәктәр, һырғалар, быяла муйынсаҡтар, бронза сулпылар һәм муйынсаҡ бөртөктәре) табылған. Ҡомартҡы тимер быуатта һәм урта быуат дәүерендә урмандалалы Урал алдына ситтән килгән күсмәҡә биләләрҙең таралып ултырыу процесын сағылдыра. М.а.к. материалдары Археология һәм этнография музейында һаҡлана.

Әҙәб.: Памятники эпохи средневековья: каталог археологических коллекций МАЭ. Уфа, 1997. Вып.2. 

Н.А.Мәжитов

Тәрж. М.В.Хәкимова

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019