Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МЕЖА МӘҘӘНИӘТЕ

Просмотров: 1433

МЕЖА МӘҘӘНИӘТЕ, һуң бронза быуатының археологик мәҙәниәте. Б.э.т. 12—7 бб. ҡарай, межа (12— 9 бб.) һәм березовка (8—7 бб. башы) осорҙарына айырыла. Бәгәрәк й. (Силәбе өлк.) ярындағы Межовка торағы исеме м‑н аталған. Башҡортостанда Ағиҙел, Дим, Өфө, Ыҡ йй. басс. тупланған. 100‑ҙән ашыу М.м. ҡомартҡыһы табылған (Береговка археологик микрорайоны, Иткүл ҡаласығы I, Иҫке Ҡабан торамаһы, Төбәк, Йүкәлекүл торамаһы һ.б.). Торамалар ҡалҡыу урындарҙа, йылға (Урал эргәһе) һәм күл (Урал аръяғы) ярҙарында урынлашҡан. Ярым ер өйҙәр (ҡара: Ер өй) йәки ер өҫтөнә төҙөлгән бағаналы ҡоролмалар торлаҡ булып хеҙмәт иткән. Керамика муйыны бөгөлөп торған, тальк йәки төйөлгән ҡабырсаҡ ҡушылған балсыҡтан эшләнгән һәм өҫкө яғы тамсы рәүешендәге һырҙар, ҡыя һыҙыҡтар йәки ябай геом. биҙәк (кәкерсәктәр, ромбтар, ҡыя һыҙаттар) м‑н биҙәлгән туҫтаҡ рәүешендәге әүәләп эшләнгән яҫы төплө һауыттарҙан ғибәрәт. Ерләү ҡомартҡыларының күбеһе — ҡурған аҫты ҡәберҙәре, икенсел ҡәберлектәр осрай. Мәйеттәр тәрән ҡәбер соҡорҙарында салҡан ятҡырып йәки бөгәрләнгән килеш, баштары м‑н көнсығышҡа йәки көнбайышҡа ҡаратып ерләнгән. Ҡәберҙә ҡорал, эйәр‑өпсөн, биҙәүестәр, металл иретеү ҡоралдары табылған. Күп әйберҙәрҙе алдан уҡ ватып күмгәндәр. Баш осонда хайуан һөйәктәре осрай. М.м. Уралдың урман‑далалы райондарында һәм Көньяҡ Кама буйының урманлы райондарында Черкаскүл мәҙәниәте нигеҙендә формалашҡан. М.м. барлыҡҡа килеүенә уғырҙар (ҡара: Фин-уғыр ҡәбиләләре) булышлыҡ иткән. Малсылыҡ, һунарсылыҡ, балыҡсылыҡ, емеш‑еләк йыйыу, баҡыр ҡойоу м‑н шөғөлләнгәндәр. Урал эргәһендә Бура мәҙәниәте, Ҡазан эргәһе мәҙәниәте, Урал аръяғында Сарғары мәҙәниәте халҡы м‑н аралашҡандар. М.м. ҡәбиләләре Иткүл мәҙәниәте, Горохов мәҙәниәте халыҡтарын формалаштырған компоненттарҙың береһе булған. М.м. тикшереүселәр М.Ф.Косарев, М.Ф.Обыдённов, К.В.Сальников, В.С. Стоколос.

Әҙәб.: О б ы д ё н н о в М.Ф., Ш о р и н А.Ф. Археологические культуры позднего бронзового века древних уральцев (черкаскульская и межовская культуры). Екатеринбург, 1995; О б ы д ё н н о в М.Ф. Археологические культуры конца бронзового века Прикамья. Уфа, 1998. 

Р.Б.Исмәғилев, М.Ф.Обыдённов

Тәрж. М.В.Хәкимова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019