Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МЕЗОЛИТ

Просмотров: 1030

МЕЗОЛИТ (мезо... һәм лит...), таш быуаттың тарихи-мәҙәни, палеолиттан неолитҡа күсеү осоро. Б.э.т. 9—6 бб. ҡарай. М. осоронда Көньяҡ Уралда Илмырҙа мәҙәниәте (Урал буйында) һәм Йәнгел мәҙәниәте (Урал аръяғында) барлыҡҡа килә. Иң билдәле археологик ҡомартҡылар: Дәүләкән, Романовка торамалары, Сөн торалары (Урал буйы); Йәнгел, Морат, Урта Түбә (Урал аръяғы). Торамалар йылғаларҙың (Урал алды), күл һәм йылғаларҙың (Урал аръяғы) һыу баҫмай торған юғары урындарында төҙөлгән. Ярым ер өйҙәр йәки ҡыуыш рәүешендәге каркаслы ҡоролмалар торлаҡ булып хеҙмәт иткән. Торлаҡтарҙа һәм улар янында усаҡ, хужалыҡ соҡорҙары эҙҙәре табылған. Урал буйы археологик ҡомартҡыларында конусҡа һәм ҡәләмгә оҡшаш нуклеустар, ҡабырғаһы үткер ҡырҡҡыстар, энәгә оҡшаш ослоҡтар, бысаҡҡа оҡшаш пластиналарға беркетелгән уҡ башаҡтары, ослоҡҡа ҡуйылған ҡырғыстар, таш гарпундар, беҙҙәр, өлөштәрҙән торған хәнйәрҙәр, уҡ башаҡтары (Волга- Кама төбәге ҡоралдарына оҡшаған), Урал аръяғында уҡ башаҡтары, йәшмәнән эшләнгән трапеция йәки өсмөйөш формаһындағы микролит ҡырҡҡыстар (Яҡын һәм Урта Көнсығыш микролиттарына оҡшаш) табылған. М. осоронда микролиттар техникаһы, өлөштәрҙән торған ҡоралдар барлыҡҡа килә, ян һәм уҡ киң тарала. Халыҡ емеш-еләк йыйыу, балыҡсылыҡ, һунарсылыҡ м‑н шөғөлләнгән. М. осорондағы Урал буйы ҡәбиләләре һуң палеолиттың урындағы ҡәбиләләре, Урал аръяғыныҡылар — урындағы ҡәбиләләр һәм көньяҡтан күсеп килгән халыҡ төркөмдәре нигеҙендә формалашҡан. 

В.Г.Котов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019