МИЛОВКА ХАЗИНАҺЫ
МИЛОВКА ХАЗИНАҺЫ, Бура мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы. Б.э.т. 2‑се мең йыллыҡтың аҙағына ҡарай, 1872 й. Өфө өйәҙе (хәҙ. Өфө р‑ны) Миловка а. янында табыла. 8 бронза әйберҙән (һапҡа кейҙереү өсөн дүңгәләкле 6 ураҡ, тар йөҙлө балта һәм бырау) тора. М.х. материалдары Дәүләт тарих музейында (Мәскәү) һәм Милли музейҙа һаҡлана.
Әҙәб.: Т а л и ц к а я И.А. Материалы к археологической карте бассейна р.Кама // Материалы и исследования по археологии СССР. М., 1952. №27; Т и х о н о в Б.Г. Металлические изделия эпохи бронзы на Среднем Урале и в Приуралье //Шунда уҡ. М., 1960. №90; О б ы д е н н о в М.Ф., К р у г л о в Е.А. Клады и сокровища народов Урала и Поволжья (от древности до наших дней). Уфа, 2011.
Ю.А.Морозов
Тәрж. Д.К.Үзбәков