Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠӘБЕРЛЕК

Просмотров: 1112

ҠӘБЕРЛЕК, археологик ҡомартҡы, ерләү урындары комплексы. Ерләү ысулдары б‑са тупраҡтан, таштан йәки ҡатнаш таш-тупраҡ өйөмдәренән торған ҡурғанлы һәм ҡурғанһыҙ (өйөмһөҙ) Ҡ. бүленә; ҡатнаш ҡурғанлы‑өйөм һөҙ Ҡ. осрай. Һәр бер ҡурғанда 1 йәки бер нисә ҡәбер булыуы мөмкин, ш. уҡ элекке ҡәбер өҫтөнә ерләү осраҡтары асыҡланған. Торамаларҙан айырмалы рәүештә, Ҡ. мезолит дәүерендә барлыҡҡа килгән. Көньяҡ Уралдың һәм Урал буйының бронза быуаты дәүеренә торамаларға яҡын булған ҡурғанлы Ҡ. (Байыш ҡурғаны, Дәүләкән ҡәберлеге, Ивановка ҡурғандары); иртә тимер быуатҡа — ҡурғанлы (Бишуңғар ҡурғандары, Бәрҙе ҡурғаны V, Филипповка ҡурғандары, Әхмәр ҡәберлеге II), ҡурғанһыҙ (Бахмут ҡәберлеге, Ғүмәр ҡәберлеге, Әңгәсәк ҡәберлеге) Ҡ. хас. Урта быуат дәүерендә Көньяҡ Уралдың һәм Урал буйының күсмә ҡәбиләләре мәрхүмдәрҙе тупраҡ йәки таш өйөмдәре аҫтына (Бала Сытырман ҡурғандары, Мерәсем ҡурғандары), урманлы һәм урман‑яланлы ерҙәрҙә йәшәүсе ултыраҡ ҡәбиләләр — ҡурғанһыҙ Ҡ. (Дербёшка ҡәберлеге, Әзмәт ҡәберлеге I) күмгәндәр.

Ерләү 2 төрлө башҡарылған: мәйетте ергә күмеү һәм яндырып (кремация: мәйетте яндырып, көлөн ерләгәндәр) күмеү. Ҡәбер ҡоролмаларының төрлө формалары осрай: соҡорҙар (ер йәки ағас, таш м‑н ҡапланғандар), катакомбалар, кәшәнәләр һ.б. Мәрхүмдәрҙе йәки уларҙың көлөн таҡта табуттарҙа, ағас бураларҙа, улаҡтарҙа, таш йәшниктәрҙә, һауыттарҙа (урналарҙа) йәки туҡымаға, ҡабыҡҡа төрөп кенә ерләгәндәр. Мәйеттәр м‑н бергә ҡәбергә керамика, ҡорал, көнкүреш әйберҙәре, кейем-һалым, эйәр‑өпсөн, биҙәүестәр, хайуан һөйәктәре йәки ите (күбеһенсә йылҡы) һ.б. һалынған. Ҡ. археологик өйрәнеү мәҙәниәт, көнкүреш, хужалыҡ, инаныуҙар, палеоантропология (ҡара: Антропология) б‑са материалдар бирә, был тикшеренеүҙәр Көньяҡ Уралда боронғо ҡәбиләләрҙең антропологик типтарын, ҡайһы мәҙәниәткә ҡарауын (ҡара: Археологик мәҙәниәттәр) һәм күсеп ултырыу этаптарын асыҡларға мөмкинлек бирә.

В.А.Иванов

Тәрж. М.В.Хәкимова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: