Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МУЛЛА, археологик ҡомартҡыһы

Просмотров: 831

МУЛЛА, таш быуаттың археологик ҡомартҡыһы (тораһы). Октябрьский ҡ. терр‑яһында, Ыҡ й. (Кама й. ҡушылдығы) уң ярында урынлашҡан. Мулла а. (хәҙ. ҡала эсендә) исеме м‑н аталған. 1967—70 йй. А.П.Шокуров тарафынан асыла һәм өйрәнелә, 1976—81 йй. Г.Н.Матюшин тикшерә. Күп ҡатлы торамалар иҫәбенә инә. 572 м2 ер ҡаҙылған. Түбәнге ҡатламда мустье дәүеренә (б.э.т. 100—40 мең йыл, ҡара: Палеолит) ҡараған тора эҙе һәм таш әйберҙәр (ҡырғыстар, осланған таштар, ҡырҡҡыстар) табылған; мезолит осоро ҡатламында уҡ башаҡтары, ҡырғыстар, мөгөҙҙән эшләнгән гарпундар; артабанғы ҡатламда — неолит осороноң 3 торамаһы, таш һәм мышының баш һөйәктәре м‑н уратып алынған усаҡ эҙҙәре, хужалыҡ соҡорҙары, ҡыя һырҙар м‑н биҙәлгән йомортҡа формаһындағы һауыттар, һөйәк гарпундар, пластинкаларға беркетелгән таш ҡоралдар, батырғыстар, йорт хайуандары (һарыҡ, кәзә, ат, эре мөгөҙлө мал) һөйәктәре табылған. Энеолит осоро керамикаһы ауыҙ ситтәре тышҡа ҡарай бөгөлгән, тешле штамп эҙе м‑н биҙәлгән һауыттарҙан тора; пластинаға беркетелгән таш бысаҡтар, кәтмәндәр, иген онтағыстар, төйгөстәртабылған. Ағиҙел мәҙәниәте ҡатламында 3 кеше ҡәбере асылған. Юғары ҡатламдарҙа Ананьин мәҙәниәте керамикаһының өлөштәре табылған. Халыҡ емеш‑еләк йыйыу, һунар, балыҡсылыҡ, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгән. Ҡомартҡы таш быуат осоронда Көньяҡ Урал терр‑яһында төрлө мәҙәниәттәр үҫешенең эҙмә‑эҙлеклеген сағылдыра. Ҡомартҡы материалдары Археология һәм этнография музейында, РФА‑ның Археология ин‑тында (Мәскәү) һаҡлана.

Әҙәб.: Ш о к у р о в А.П., К и к т е н к о С.И. Стоянка Муллино‑2 //К историии позднего плейстоцена и голоцена Южного Урала и Предуралья. Уфа, 1978. 

В.Г.Котов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019