Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МАХОВ Александр Феофанович

Просмотров: 817

МАХОВ Александр Феофанович (29.1. 1930, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Владимировский ҡсб — 28.10. 2004, Өфө), инженер‑технолог. РФ Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡ. хеҙм‑ре (1994), БАССР-ҙың атҡ. нефтсеһе (1971), БАССР‑ҙың атҡ. уйлап табыусыһы (1977), СССРнефть эшкәртеү һәм нефть химияһы сәнәғәте отличнигы (1980), СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1989). ӨНИ‑не тамамлаған (1959). 1953 й. алып Яңы Өфө НЭЗ‑ында эшләй: 1958 й. — ҡулайламалар нач., 1959 й. — цехтың өлкән инженеры, 1960 й. – тәжрибә‑тикшеренеү цехы производствоһы нач. урынбаҫары, 1969— 84 йй. һәм 1987—96 йй. баш инженер, 1984—87 йй. директор. 1965— 69 йй. Польшала командировкала була. Махов етәкс. пр‑тие техник яҡтан йыһазландырыла: бензин риформингыһының һәм дизель яғыулығы гидротаҙартҡысының ҡатнаш ҡулайламаһы, изомерлаштырыу ҡулайламаһы һ.б. файҙаланыуға тапшырыла. Уның ҡатнашлығында тутыҡмай торған ҡорос етештереү өсөн ҡулланылған анизотропик структуралы кокстың сәнәғәт партияһы эшләнә; мотор майҙары, ш. иҫ. төньяҡ шарттарында ҡулланыла алғандарының, технологияһы эшләнә һәм уларҙы етештереү үҙләштерелә. 150 уйлап табыу авторы. СССР МС‑ы пр. лауреаты (1985). Окт. Революцияһы (1981), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1974), Халыҡтар дуҫлығы (1986) орд. м‑н бүләкләнгән.

Т.П.Лелюх

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019