Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МИХАЙЛОВ Кирилл Андреевич

Просмотров: 1067

МИХАЙЛОВ Кирилл Андреевич (2.4.1983, БАССР‑ҙың Мишкә р‑ны Ҡайраҡ а.), спортсы. Саңғы ярышы б‑са Рәсәйҙең атҡ. спорт мастеры (2006). БДАУ‑ҙы тамамлаған (2006). Мишкә районы ДЮСШ тәрбиәләнеүсеһе (тренеры В.Н.Байметов). 2005 й. алып Юғары спорт оҫталығы мәктәбе өсөн сығыш яһай (тренеры Ә.Ә.Ғүмәров). 20 км уҙышта (2006, 2010), эстафетала (2010) һәм спринтта (2014) Паралимпия уйындары чемп., Паралимпия уйындарының спринтта көмөш (2010) һәм 10 км йүгереүҙә бронза (2006, 2010) призёры, 20 км, спринтта һәм эстафетала донъя чемп. (2011), 5, 10 һәм 20 км уҙышта, ҡыуып барыу һәм спринтта күп тапҡыр Донъя кубогы этаптары еңеүсеһе (2006, 2008, 2010—11, 2013), 10 км саңғы ярышында донъя чемпионатының көмөш (2009, 2011) һәм бронза (2013) призёры. Биатлон б‑са ҡыуып барыу уҙышында Паралимпия уйындары чемп. (2010), спринт б‑са донъя чемп. һәм ҡыуып барыу уҙышында донъя чемпионатының бронза призёры (икеһе лә — 2011). Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (2005 й. башлап). 4‑се дәрәжә “Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” орд. (2010), Дуҫлыҡ (2014), 2‑се дәрәжә “Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” орд. миҙалы (2008), “Башҡортостан Республикаһы алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” (2010), Халыҡтар дуҫлығы (2014), Салауат Юлаев (2006) орд. м‑н бүләкләнгән. 

Тәрж. М.Н.Моратшина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019