Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МОТОКРОСС

Просмотров: 1087

МОТОКРОСС, мотоспорт төрө, тигеҙ булмаған урындарҙа 50—500 см3 һәм коляскалы 750 см3 класлы махсус мотоциклдарҙа ярыштар. Башҡортостанда М. 20 б. 30‑сы йй. аҙ. үҫешә (ҡара: “Башавтомотоклуб”). 1974—91 йй. Өфө р‑нында М. өсөн “Вавилово” трассаһы эшләй, унда РСФСР (1978, 1980) һәм СССР (1982) чемпионатының финалы үтә. 1959—91 йй. респ. йыл һайын БАССР ЮС‑ы Президиумы призына өлкә‑ара ярыштар үткәрелә, Туймазы ҡ. — юғары лига командалары араһында СССР чемпионаты этабы (1991), Учалы ҡ. суперлига командалары араһында Рәсәй чемпионаты этабы (2003), Рәсәй кубогы этабы (2011), Рәсәй ДОСААФ‑ының чемпионаты этаптары һәм үҫмер спортсылар араһында Рәсәй беренселеге (икеһе лә — 2012), Рәсәй ДОСААФ‑ының асыҡ чемпионаты (2013) үтә. М. б‑са иң ҙур уңышҡа Ю.Д.Дудорин, Б.А.Самородовирешә, ш. уҡ В.П.Ногтев — “Динамо” физкультура‑спорт йәмғиәтенең бөтә Союз Спартакиадаһы чемп. (1948); Л.Б.Краев — РСФСР чемпионатының көмөш (1963) һәм бронза (1962) призёры; Н.Куряева — ҡатын‑ҡыҙҙар араһында РСФСР чемпионатының көмөш призёры (1978); Э.Т.Ғөбәйҙуллин — СССР кубогының бронза призёры, үҫмер спортсылар араһында СССР беренселегенең “Б” лигаһы еңеүсеһе (икеһе лә — 1991); М.Н.Рябов һәм С.Г. Шатунов — РСФСР чемпионатының көмөш призёрҙары (1991); М.Кротович — үҫмерҙәр араһында ҡышҡы М. б‑са Рәсәй кубогын (2003) яулаусы; И.И.Сөләймәнов — Рәсәй кубогын яулаусы (2011); Е.И. Воронин — үҫмерҙәр араһында Рәсәй кубогын яулаусы һәм халыҡ‑ара “Европа— Азия” кубогы ярыштары еңеүсеһе (икеһе лә — 2013). “Таусы” (Учалы) спорт‑техник клубы командаһы — “Европа—Азия” кубогы өсөн халыҡ‑ара ярыштарҙың бронза призёры (2008, 2013). М. б‑са СССР йыйылма командаһына Дудорин, Самородов (икеһе лә — 1958), Краев (1962—63) инә. М. өсөн респ. трассалар Өфөлә (2), Белорет, Бөрө, Бәләбәй, Күмертау, Мәләүез, Нефтекама, Октябрьский, Салауат, Стәрлетамаҡ, Учалы һ.б. ҡалаларҙа бар. 200‑гә яҡын кеше шөғөлләнгән 12 спорт‑техник клубы һәм секцияһы эшләй (2013). 

Н.А.Ермоленко

Тәрж. М.Н.Моратшина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019