Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МӨҘӘРИСОВ Миңлеғәли Закир улы

Просмотров: 1300

МӨҘӘРИСОВ Миңлеғәли Закир улы (23.2.1947, БАССР‑ҙың Кушнаренко районы Үгеҙ а. — 24.3.2015, Стәрлетамаҡ ҡ.), тренер. Ғәмәли‑хәрби күпбәйгеләр буйынса РСФСР‑ҙың атҡаҙанған тренеры (1989) һәм бөтә Союз категориялы судья (1983), биатлон буйынса СССР‑ҙың спорт мастеры (1971). БР‑ҙың атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (2006). П.Ф.Лесгафт исемендәге Ленинград физик культура институтын тамамлаған (1976). “Динамо” физкультура‑спорт йәмғиәте (Новосибирск ҡ.; тренеры И.Н.Овчинников), “Хеҙмәт” ирекле спорт йәмғиәте (Өфө ҡ.; тренеры М.С.Алсынбаев) тәрбиәләнеүсеһе. Патрулдәр уҙышында СССР чемпионатының (1975) һәм биатлон буйынса шәхси ярышта РСФСР халыҡтары Спартакиадаһының (1974) көмөш призёры. 1978 й. алып ДОСААФ Башҡортостан өлкә комитетының биатлон һәм ғәмәли‑хәрби күпбәйгеләр буйынса тренер‑уҡытыусы, 1980 й. — өлкән тренер‑уҡытыусы, 1995 й. башлап ғәмәли-хәрби күпбәйгеләр буйынса республика спорт‑техник клубы начальнигы (Стәрлетамаҡ ҡ.), бер үк ваҡытта 1988—89 йй. биатлон буйынса СССР ДОСААФ‑ының ҡатын-ҡыҙҙар йыйылма командаһы тренеры, 1994—2003 йй. йәйге биатлон буйынса РФ РОСТО йыйылма командаһының өлкән тренеры, 2004 й. алып Стәрлетамаҡ физик культура техникумының спорт ҡоролмалары мөдире, 2009 й. — биатлон буйынса республика СДЮШОР‑ында тренер‑уҡытыусы (Өфө ҡ.). Тәрбиәләнеүселәре араһында Г.В.Александренко, Р.Р.Ғарифуллин, Л.И.Дюпина, О.А.Качалкова, Н.Ғ.Мөҙәрисова, шулай уҡ 30‑ҙан ашыу СССР һәм Рәсәй спорт мастеры. Рәсәйҙең Ғәмәли күпбәйгеләр һәм йәйге биатлон федерацияһының тренерҙар советы рәйесе (1995—2003). 

Тәрж. Ғ.Р.Бердина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 15.09.2022