Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МӨҘӘРИСОВА Нурия Ғәлихан ҡыҙы

Просмотров: 1147

МӨҘӘРИСОВА (Нуретдинова) Нурия Ғәлихан ҡыҙы (7.11.1963, БАССР‑ҙың Илеш районы Иҫәнбай а. — 14.10.2018, Стәрлетамаҡ ҡ., тыуған яғында ерләнгән), спортсы. Ғәмәли‑хәрби күпбәйгеләр буйынса Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1996). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (1999). Силәбе физик культура институтын тамамлаған (1994). “Содовик” спорт клубы һәм РОСТО спорт‑техник клубы тәрбиәләнеүсеһе (икеһе лә — Стәрлетамаҡ ҡ., тренеры М.З.Мөҙәрисов). Европа (2 тапҡыр, 1995), СССР (4 тапҡыр, 1988—90), РСФСР (1986; 3 тапҡыр, 1987 һәм 1988; 1990— 91), Рәсәй (2 тапҡыр, 1992; 1994) һәм РСФСР халыҡтары Спартакиадаһы (1986, 1990) чемпионы, Европа (1992; 2 тапҡыр, 1994; 3 тапҡыр, 1995), СССР (5 тапҡыр, 1988—1991), РСФСР (1983; 2 тапҡыр, 1985; 1986; 1988—89; 2 тапҡыр, 1990; 1991) һәм Рәсәй (5 тапҡыр, 1992—95) кубоктарын яулаусы, Европа чемпионатының көмөш һәм бронза призёры (1994), Европа кубоктарының көмөш призёры (1992, 1994), СССР, РСФСР һәм Рәсәй чемпионаттарының күп тапҡыр көмөш һәм бронза призёры. СССР (1987—1991), Рәсәй (1992—95) йыйылма командалары ағзаһы. 

Тәрж. Ғ.Р.Бердина

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 15.09.2022