Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МУСЛИМОВ Павел Ильич

Просмотров: 1315

МУСЛИМОВ Павел Ильич (15.6.1967, Өфө ҡ.), спортсы. Биатлон буйынса Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1994), Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (1996). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (1994). БДПИ‑ны (1997), БДУ‑ны (2001) тамамлаған. Гастелло Н.Ф. исемендәге спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры П.К.Ямалиев). Олимпия уйындарының бронза призёры (1998), эстафетала Европа һәм Рәсәй (1994) чемпионы, Европа чемпионаттарының көмөш (1999) һәм бронза (2000) призёры, Бөтә донъя универсиадаһының көмөш призёры (1993), шәхси уҙышта Бөтә донъя универсиадаһы (1993) һәм Рәсәй (1996) чемпионы, “Төньяҡ байрамы” халыҡ‑ара ярыштарында еңеүсе (1993), биатлон буйынса спринтта (1995) һәм команда ярышында (1996) донъя чемпионатының көмөш призёры. Эстафетала саңғы ярыштары буйынса Бөтә донъя универсиадаһы чемпионы (1993). СССР (1991), БДБ (1992), Рәсәй (1993—2000) йыйылма командалары ағзаһы. 2‑се дәрәжә “Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” орденының миҙалы менән бүләкләнгән (1998). 2001—06 йй. “Биатлон” спорт комплексы һәм биатлон буйынса республика СДЮШОР‑ы директоры, 2008—09 йй. Төмән өлкәһенең юғары ҡаҙаныштар спорты бүлеге тренеры, 2011 й. алып хәҙерге бишбәйге буйынса республика СДЮСШОР‑ы директоры, 2012 й. башлап БР‑ҙың спорт министры урынбаҫары. 

Тәрж. Бердина Ғ.Р.

 

 

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 30.09.2022