Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЛЕННИКОВА Татьяна Ивановна

Просмотров: 967

ЛЕННИКОВА Татьяна Ивановна (4.1.1924, БАССР‑ҙың Йылайыр кантоны, Преображенский а., хәҙ. БР‑ҙың Йылайыр р‑ны Йылайыр а., – 28.11. 1993, Мәскәү), актриса. РСФСР‑ҙың халыҡ (1968) һәм атҡ. (1959) артисы. Моссовет ис. театр эргәһендәге театр студияһын тамамлағандан һуң (1948) Үҙәк транспорт театры, 1950 й. алып М.Горький ис. Мәскәү художество театры, бер үк ваҡытта 1987 й. – А.П.Чехов ис. Мәскәү художество театры актрисаһы. Урыҫ реалистик театр мәктәбе традицияһын дауам итеүсе. Л. ижадына ихласлыҡ, тәбиғилек, лирик һәм драматик кисерештәр хас. Урыҫ классик әҙәбиәте әҫәрҙәре б‑са спектаклдәрҙәге төп ролдәре: Варя (“Сейә баҡсаһы” – “Вишнёвый сад”), Маша (“Аҡсарлаҡ” – “Чайка”; икеһе лә — А.П.Чехов), Поля (“Мещандар” — “Мещане”, М.Горький), Катюша Маслова (“Яңынан терелеү” – “Воскресение”, Л.Н.Толстойҙың ш. уҡ исемле романы б‑са); совет һәм хәҙ. заман авторҙары б‑са: Лена (“Ят шәүлә” – “Чужая тень”, К.М.Симонов; дебют, 1950), Горячева (“Ауыр ғәйеп” – “Тяжкое обвинение”, Л.Р.Шейнин), Степанида (“Мария өсөн аҡса” – “Деньги для Марии”, В.Г. Распутиндың ш. уҡ исемле повесы б‑са), Дарья (“Табынсы” – “Тамада”, А.М.Галин). Вл. Маяковский ис. Мәскәү театрындағы Медея роле (Еврипидтың ш. уҡ исемле драмаһы) ҙур ҡаҙанышҡа әйләнә. Шулай уҡ Мәскәүҙең “Сфера”, “Et Cetera” театрҙарында ла уйнай. “Ай тотолған төндә” пьесаһы б‑са “Тәңкәбикә” (“Танкабика”) моноспектакленең авторы һәм башҡарыусыһы (1980 йй. башы; Стәрлетамаҡ, Салауат ҡҡ.). К/ф ролдәре: Марите Мельникайте (“Марите”, 1947), Антонина Николаевна Яковлева (“Өлгөргәнлек аттестаты” – “Аттестат зрелости”, 1954; икеһе лә — “Мосфильм” к/ст), Мария Лебедева (“Римский-Корсаков”, 1952), Александра Негина (“Таланттар һәм табыныусылар” – “Таланты и поклонники”, 1955; икеһе лә — “Ленфильм” к/ст) һ.б.

А.Ә.Балғажина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Т.И.Ленникова Пряхина ролендә(“Театр романы” — “Театральный роман”, Е.И.Еланская, М.А.Булгаковтың ш. уҡ исемле әҫәре б‑са)

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019