Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МӘҺӘҘИЕВА Бибикамал Мәһәҙи ҡыҙы

Просмотров: 1176

МӘҺӘҘИЕВА Бибикамал Мәһәҙи ҡыҙы (1.3.1914, Ырымбур губ. Верхнеурал өйәҙе Әбйәлил а., хәҙ. БРҙың Әбйәлил рны Асҡар а., — 22.2.1990, Сибай ҡ.), актриса. БАССРҙың атҡ. артисы (1964). Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1954). Башҡ. театр-художество учщеһын тамамлаған (1939; М.Ә.Мәһәҙиев, С.М.Мифтахов курсы). 1933—35 йй. — Әбйәлил колхозсовхоз театры, 1939— 69 йй. Сибай драма театры актрисаһы. Башлыса үҙенсәлекле һәм киҫкен характерлы ролдәр башҡара: Сәрүәр һәм Йыһан (“Башмағым”), Үлмәҫбикә (“Дуҫлыҡ һәм мөхәббәт”, Мифтахов), Ғилми (М.Ғафуриҙың Ҡара йөҙҙәр” повесы бса Ғ.Әмири һәм В.Ғ.Ғәлимовтың ш. уҡ исемле инсценировкаһы), Тайфа (“Бажалар”, И.Ә.Абдуллин), Уңғанбикә (“Ҡыҙ урлау”, М.Кәрим) һ.б. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында С.Агиш, Б.Бикбай, К.Мәргән, Р.Ниғмәти һ.б. пьесаларында ирегет ролдәрен уйнай. Л.Н.Лебединский һәм Ғ.З.Сөләймәнов тарафынан М. башҡарыуында башҡ. халыҡ йырҙары һәм инструменталь көйҙәре (ҡумыҙ) яҙып алына, уларҙың бер өлөшөБашҡорт халыҡ йырҙары һәм көйҙәре” йыйынтығында һәм “Ҡурай” китабында (1985) баҫылып сыға. 

Һ.С.Сәйетов

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019