МАКРУШИНА Татьяна Владимировна
МАКРУШИНА Татьяна Владимировна (9.9.1961, Ишембай ҡ.), актриса. БР‑ҙың халыҡ (1997), БССР‑ҙың атҡ. (1991) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1990). ӨДСИ‑не тамамлағандан һуң (1983; А.К.Лощенков, П.Р.Мельниченко курсы) БР‑ҙың Урыҫ драма театры актрисаһы. М. тәрән драматизм, көслө темперамент, һығылмалылыҡ, камил актёрлыҡ техникаһы хас: Фьорелла (Д.Скарначчи һәм Р.Тарабузиҙың “Минең һөнәрем – йәмғиәт синьоры” – “Моя профессия – синьор из общества”; дебют, 1983), Искра Полякова [Б.Л.Васильевтың “Иртәгә һуғыш ине” (“Завтра была война”) повесы б‑са ш. уҡ исемле спектакль], Мария Семёновна (А.Н.Толстойҙың “Ҡарлуғасым” – “Касатка”), Аркадина (А.П.Чеховтың “Аҡсарлаҡ” — “Чайка”), Преполовенская [В.О.Семеновскийҙың “Әҙәбиәт уҡытыусыһы” (“Учитель словесности”) пьесаһы б‑са “Меҫкен” – “Тварь”], Эмма (М.Матишичаның “Кәүҙәһеҙ ҡатын” – “Женщина без тела”) һ.б. Актриса трактовкаһындағы Англия батшабикәһе Елизавета образы тышҡы ҡатылыҡ м‑н бер рәттән, көслө рухлы, фажиғәле яҙмышлы шәхес булып күҙ алдына баҫа. “Сикһеҙ театр” (“Театр без границ”) Халыҡ- ара фестивале (Магнитогорск ҡ., 1997) лауреаты.
Әҙәб.: И к с а н о в а Г. О театре И не только: очерки, интервью, рец. Уфа, 2006.
И.А.Бондарева
Тәрж. Г.Һ.Ризуанова