Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МАЛЮШИН Валерий Иванович

Просмотров: 901

МАЛЮШИН Валерий Иванович (19.2.1950, Украина ССР‑ы Михайловка а.), актёр. РСФСР‑ҙың атҡ. (1989), БАССР‑ҙың халыҡ (1984) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1977). Ленинград театр, музыка һәм кинематография ин‑тын (1971; В.С.Андрушкевич курсы) тамамлағандан һуң Башҡортостандың Респ. урыҫ драма театры, 2004 й. алып С.‑Петербург дәүләт балалар һәм үҫмерҙәр өсөн филармония актёры. Башлыса лирик-драматик һәм героик- романтик пландағы актёр. Тәҫирле тышҡы ҡиәфәткә, сәхнә һөйкөмлөлөгөнә, музыкаль һәләткә эйә, нәфис һүҙ оҫтаһы. Урыҫ драма театры сәхнәһендә 50‑нән ашыу төп роль башҡара: Джеф (“Бал тәме” – “Вкус мёда”, Ш.Делени; дебют, 1971), Темо (“Әсәй, борсолма!” — “Не беспокойся, мама!”, Н.В.Думбадзе), Гамлет (У.Шекспирҙың ш. уҡ исемле трагедияһы), Ипполит (“Ҡапҡан һайын ҡалъя эләкмәй” — “Не всё коту масленица”, А.Н.Островский), Астров (“Ваня ағай” — “Дядя Ваня”, А.П.Чехов), Генрих (“Генрих IV”, Л.Пиранделло); башҡ. драматургтарының әҫәрҙәре б‑са спектаклдәрҙә Бәхтегәрәй (“Бәхтегәрәй” — “Бахтигарей”), Йәүҙәт (“Күршеләр” — “Соседи”; икеһе лә — Ә.М.Мирзаһитов), Сабир Мәрҙәнов (“Ил балаһы” — “Сын Отчизны”, Х.Ғиләжев), Тимерхан (И.Йомағоловтың “Нәркәс” пьесаһы б‑са “Ҡыуылған ҡыҙ” — “Изгнанная” спектакле) ролдәрен уйнай. Кинола һәм т/ф төшә: Иван (“Сөмбөлдөң етенсе йәйе”, 2002; “Башҡортостан” к/ст), Кустов (“Менттарҙың һуғыштары-2” — “Ментовские войны- 2”, 2005; “Панорама” студияһы), Андрон (“Бандитлы Петербург” — “Бандитский Петербург”, 10‑сы бүлек, 2007; «“ДомФильм” кинокомпанияһы » ЯАЙ «“КиноПитер” студияһы » ЯСЙ м‑н берлектә), Михей (“Ватыҡ фонарҙар урамы-10” — “Улицы разбитых фонарей-10”, 2010; “ФорвардФильм”, “Граффити Фильм Продакшн” кинокомпаниялары), Горлов (“Приставтар” — “Приставы”, 2010; “Европа ТВ” ЯАЙ), ген. Сергей Владимирович Островский (“Шеф”, 2011; “Триикс Медиа” кинокомпанияһы) һ.б. ролдәр. Шекспир, А.С.Пушкин, С.А.Есенин, В.В.Маяковский, Н.М.Рубцов, М.Кәрим, Е.А.Евтушенко әҫәрҙәре б‑са әҙәби‑нәфис программалар, ш. уҡ М.Кәрим, Х.Кәрим, С.Ҡудаш, Т.Морат, М.Харис һ.б. шиғырҙарынан торған, Бөйөк Ватан һуғышына арналған “Мәңге һүнмәҫ ут” (“Негаснущее пламя”) муз.‑шиғри композицияһының авторы һәм башҡарыусыһы. Есениндың 100, 110 йыллығына арналған Бөтә Рәсәй нәфис һүҙ оҫталары конкурстары лауреаты (Рязань ҡ., 1995 һәм С.‑Петербург, 2005).

А.Ә.Балғажина

Тәрж.Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019