Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МИДЗЯЕВА Галина Ивановна

Просмотров: 1163

МИДЗЯЕВА Галина Ивановна (8.10. 1941, Һарытау ҡ.), актриса. РФ‑тың халыҡ (1995), РСФСР‑ҙың атҡ. (1979) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1966). Һарытау театр уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1964; С.И.Бржевский курсы) Сызрань драма театры, 1965—2012 йй. БР‑ҙың Урыҫ драма театры (Өфө) актрисаһы, бер үк ваҡытта 1992—2007 йй. ӨДСА‑ла уҡыта. Юғары оҫталыҡ, киң жанр диапазоны, нескә психологизм, сәхнә һөйкөмлөлөгө уға БР театры сәнғәте тарихында иҫтә ҡалырлыҡ образдар галереяһын ижад итергә мөмкинлек бирә: Ольга Николаевна (“Беҙҙең тормош көндәре” — “Дни нашей жизни”, Л.Н.Андреев), батша ҡатыны Ирина (“Батша Фёдор Иоаннович” — “Царь Фёдор Иоаннович”, А.К.Толстой), Маша (“Эшелон”, М.М.Рощин), Серафима Ильинична (“Үҙ‑үҙенә ҡул һалыусы” — “Самоубийца”, Н.Р.Эрдман). Наташа (“Мөхәббәт хаҡында 104 бит” — “104 страницы про любовь”, Э.С.Радзинский; дебют, 1965, Сызрань драма театры), Катюша Маслова [Л.Н.Толстойҙың “Яңынан терелеү” (“Воскресение”) романы б‑са Л.Соколов һәм Б.Филипповтың ш. уҡ исемле спектакле], Поля (“Мещандар” — “Мещане”, М.Горький) һ.б. ролдәре героиняһының эске донъяһын тәрән тойомлауы м‑н айырылып тора. А.Н.Островский әҫәрҙәре б‑са спектаклдәрҙәге ролдәренә сәхнә формаларының сағыулығы, соц. характеристиканың аныҡлығы хас: Анна Ивановна (“Ярлылыҡ кәмселек түгел” — “Бедность не порок”), Глафира (“Бүреләр һәм һарыҡтар” — “Волки и овцы”), Матрёна Харитоновна (“Ҡайнар йөрәк” — “Горячее сердце”). Кәүҙәләнеш маһирлығы, эскерһеҙлек һәм тәьҫирлелек актрисаның иң сағыу эштәренең береһе Памелла (“Һөйөклө Памелла” — “Дорогая Памелла”, Д.Патрик) ролендә асыҡ күренә. 

И.А.Бондарева

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019