Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МИНҺАЖЕВ Ғималетдин Минһаж улы

Просмотров: 1082

МИНҺАЖЕВ Ғималетдин Минһаж улы [21.5.1889, Өфө губ. Златоуст өйәҙе Иҙрис а. (БР‑ҙың Ҡыйғы р‑ны) – 19.9.1955, Өфө], актёр. РСФСР‑ҙың халыҡ (1949) һәм атҡ. (1944), БАССР‑ҙың халыҡ (1935) артисы. 1918 й. алып Златоуст ҡ. һәүәҫкәр драма түңәрәктәрендә эшләй, 1920 й. Златоуст эшсе һәм һалдат депутаттарының ҡала советы эргәһендәге театр труппаһының художество етәксеһе, 1922 й. алып Өфөнөң төрлө труппаларында эшләй, 1924 й. — БАДТ актёры.

Драматик һәләтле актёр, ҙур оҫталыҡ һәм тәьҫир көсө м‑н 400‑ҙән ашыу роль уйнай: Городничий (“Тикшереүсе”, Н.В.Гоголь), Йәнгилде (“Башҡорт туйы”), Ҡарамырҙа (“Ынйыҡай менән Юлдыҡай”, Х.Ғ.Ғәбитов), Ишмырҙа (“Ҡарағол”, Д.Юлтый), Ғиззәтулла (“Тальян гармун”, Ғ.Ғ.Әхмәтшин) һ.б. Инан Әбделҡадир, В.Мортазин-Иманский һәм Д.Юлтыйҙың “Салауат һәм Пугачёв”, Б.Бикбай һәм Ғ.Сәләмдең “Салауат”, Инан Әбделҡадирҙың “Салауат батыр”, Б.Бикбайҙың “Салауат” спектаклдәрендә, “Салауат Юлаев” (“Салават Юлаев”; “Союздетфильм” к/ст, 1941) к/ф Юлай Аҙналиндың үҙенсәлекле образын ижад итә. “Заман”, “Ялҡын” пьесалары авторы. Ленин (1949), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1944, 1955) орд. м‑н бүләкләнгән. Ҡыйғы башҡ. халыҡ театрына (ҡара: Минһажев Ғ. исемендәге Ҡыйғы башҡорт халыҡ театры) М. исеме бирелгән, Өфөлә уның исеме м‑н урам аталған.

Хеҙм.: Минең тормошом: иҫтәлектәр. Өфө, 1952.

Әҙәб.: Мәһәҙиев М.Ә. Театр тураһында: мәҡәләләр йыйынтығы. Өфө, 1962.

Һ.С.Сәйетов

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные статьи: