Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МӨБӘРӘКОВА Гөлли Арыҫлан ҡыҙы

Просмотров: 1905

МӨБӘРӘКОВА Гөлли Арыҫлан ҡыҙы (9.9.1936, Өфө ҡ. — 20.2.2019, шунда уҡ), актриса. СССР‑ҙың (1990) һәм РСФСР‑ҙың (1981) халыҡ, РСФСР‑ҙың (1975) һәм БАССР‑ҙың (1969) атҡаҙанған артисы. Профессор (1993). Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1961). А.Ҡ.Мөбәрәковтың ҡыҙы. ГИТИС‑ты тамамлағандан һуң (1959; Б.В.Бибиков, О.И.Пыжова курсы) Башҡ. дәүләт академия драма театры актрисаһы, 1996—97 йй. баш режиссёры, бер үк ваҡытта 1968—2008 йй. ӨДСА‑ла уҡыта.

  Көслө рухлы, тәрән психологизмға һәм юғары сәхнә оҫталығына эйә булған актриса. М. ижадының төп йүнәлеше — трагедия жанры: Пальмира (“Мөхәммәт” — “Магомет”, Вольтер), Нәркәс һәм Зөмрәт (“Нәркәс”, И.Х.Йомағолов), Алиман [С.Т.Айытматовтың “Әсә яланы” (“Материнское поле”) повесы буйынса Л.В.Вәлиевтең “Әсә, Ер‑әсә” спектакле], Гөлнәзирә һәм Екатерина II (“Салауат. Өн аралаш ете төш”, М.Кәрим), Медея (Еврипидтың шул уҡ исемле трагедияһы) һ.б. Айырыуса “Ай тотолған төндә” спектаклендәге һәм “В ночь лунного затмения” кинофильмындағы (Свердловск киностудияһы, 1978) Тәңкәбикә, Ә.М.Мирзаһитовтың “Әсәләр көтәләр улдарын” спектаклендәге Хафаса кеүек психологик яҡтан ҡатмарлы образдарында М. оло трагедия юғарылығына өлгәшкән. Актрисаның бай репертуары башҡа төрлө пландағы ролдәр менән айырылып тора: Ольга (“Эҙләнеү йылдары” — “Годы странствий”, А.Н.Арбузов; дебют, 1960), Сәрүәр (“Башмағым”), Мәҙинә (“Йәйәүле Мәхмүт”), Оло инәй (“Оҙон‑оҙаҡ бала саҡ”; икеһе лә — М.Кәрим), Оксана (“Эскадра һәләкәте” — “Гибель эскадры”, А.Е.Корнейчук; Урыҫ драма театры). Башҡорт драма театрында И.Ғ.Юзиевтең “Һөйгәнемдең тыуған көнө” (1987), Ғ.Ғ.Шафиҡовтың “Һәҙиә” (1991), З.А.Биишеваның “Мөхәббәт һәм нәфрәт” (2001) әҫәрҙәре буйынса спектаклдәр ҡуйған. БАССР‑ҙың Салауат Юлаев исемендәге премияһы лауреаты (1976). Почёт (2012), Халыҡтар дуҫлығы (2016), Салауат Юлаев (2007) ордендары менән бүләкләнгән. Өфө ҡ. почётлы гражданины (1994). М. хөрмәтенә арнап почта маркаһы сығарылған (2021).

  Әҙәб.: Гюлли Мубарякова: жизнь и творчество=Гөлли Мөбәрәкова: тормошо һәм ижады. Уфа, 2014.

Һ.С.Сәйетов

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 07.09.2022