Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МОЗАҺИТОВ Риф Имам улы

Просмотров: 1023

МОЗАҺИТОВ Риф Имам улы (8.1. 1932, БАССР‑ҙың Ҡарағош р‑ны Иҫке Хәлекәй а., хәҙ. БР‑ҙың Стәрлебаш р‑ны Хәлекәй а., — 21.8.2016, Салауат ҡ.), актёр. БАССР‑ҙың халыҡ артисы (1990). Респ. мәҙәни‑ағартыу мәктәбен тамамлаған (Стәрлетамаҡ ҡ., 1957). 1951 й. алып Стәрлебаш район мәҙәниәт йорто дир., 1960—75 йй., 1983—84 йй., 1999—2000 йй. һәм 2004 й. — Салауат драма театры, 1975—82 йй., 1989—92 йй. — БАДТ, 1992—94 йй., 1996—99 йй. Туймазы татар драма театры актёры. Үҙенсәлекле һәм ҡабатланмаҫ комик һәләтле актёр. Төп ролдәре: Салауат башҡорт драма театрында — Харис бай (“Зимагорҙар”, С.М.Мифтахов; дебют, 1961), Ғәни бай (“Еҙнәкәй”, Х.К.Ибраһимов), Ҡазый Ризуан (“Ҡыйыу ҡыҙҙар”, Т.Ғиззәт); Башҡорт драма театрында — Сәлмән (“Зәйтүнгөл”, Н.Асанбаев), Дионис (“Ташлама утты, Прометей!”), Ирдәүләт (“Ҡыҙ урлау”; икеһе лә — М.Кәрим); Туймазы татар драма театрында — Хәбир Исламов (“Йондоҙом минең”, Ш.Р.Рәхмәтуллин), Нурмөхәмәт (“Илгизәр+Вера”, Т.Ғ.Миңнуллин), Солтанбәк (“Аршин мал алан”, У.А.Ғәджибәков). Туймазы татар драма театрында Л.В.Вәлиевтең “Их, кәләше лә кәләше!” (1992), Салауат башҡорт драма театрында А.А.Дударевтың “Ҡояш байыр алдынан” (“Вечер”; 2002) спектаклдәрен һ.б. ҡуя. 

 

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019