МОРТАЗИН-ИМАНСКИЙ Вәлиулла Ғәйназар улы
МОРТАЗИН-ИМАНСКИЙ (Мортазин) Вәлиулла Ғәйназар улы [5.1.1885, Ырымбур губ. ш. уҡ исемле өйәҙе 1‑се Иманғол а. (Ырымбур өлк. Октябрь р‑ны) — 10.7.1938, Өфө], актёр, реж., театр эшмәкәре. РСФСР‑ҙың атҡ. (1935), БАССР‑ҙың халыҡ (1922) артисы. “Хөсәйениә” мәҙрәсәһендә уҡыған (1903—05). 1907 й. алып “Мосолман драмаһы һәм мелодрамаһы” (“Фажига вә мөсәккин ислямия”; ҡара: “Сәйяр”) труппаһы актёры, баш реж., 1915 й. — “Ширҡәт” труппаһының, 1919—37 йй. БАДТ актёры, реж., художество етәксеһе, бер үк ваҡытта БАССР Мәғариф ХК‑ның Тамаша пр‑тиелары идаралығы нач., БАССР ХКС‑ы эргәһендәге сәнғәт эштәре б‑са ком‑ттың нач. урынбаҫары һәм нач., 1926— 37 йй. Башҡ. сәнғәт техникумында уҡыта, бер үк ваҡытта 1928 й. тиклем театр бүлеге мөдире була. Башҡ. һәм татар театр сәнғәтенең күренекле эшмәкәре. Башҡорт драма театрына һәм Башҡорт Күсмә театрына нигеҙ һала, беренсе реж. һәм художество етәксеһе була. Ул көслө сәхнә темпераментына, ҡабатланмаҫ пластикаға эйә. Тәүге рол‑ дәренә юғары рух, сағыу хистойғолар, гражданлыҡ патетикаһы хас: Фердинанд (“Мәкер һәм мөхәббәт” — “Коварство и любовь”), Карл һәм Франц Моор (“Юлбаҫарҙар” — “Разбойники”; икеһе лә — Ф.Шиллер), Альмансор (Гейненың ш. уҡ исемле әҫәре), Хлестаков (“Тикшереүсе” — “Ревизор”, Н.В.Гоголь), Йомағол (“Ашҡаҙар”, М.А.Буранғолов); һуңғыларында психологик тәрәнлек һәм образды кәүҙәләндереүҙә реалистик алымдар күҙәтелә: Борис Годунов (А.С.Пушкиндың ш. уҡ исемле пьесаһы), Егор Булычов (“Егор Булычов һ .м башҡалар” — “Егор Булычов и другие”, М.Горький), Садиҡов-Вәлидов (“Һуңлаған фарман, йәки вәлидовсылыҡ”, Ш.Усманов). М.‑И. м‑н Д.Юлтыйҙың “Салауат һәм Пугачёв”, “Салауат батыр”, “Салауат” (бөтәһе лә — Ф.М.Сөләймәновтың “Салауат батыр” тарихи драмаһы б‑са), ш. уҡ К.А.Тренёвтың “Пугачёвщина” драмаһы б‑са үҙе ҡуйған постановкаларҙа Салауат Юлаев образын ижад итә. Революция (1917) һәм Граждандар һуғышы осоронда М.‑И. режиссёрлыҡ эштәрендә соц. тәнҡит тенденцияһы һәм милли яңырыу пафосы асыҡ сағыла: “Ғәлиәбаныу”, Ш.Бабичтың “Ғазазил” поэмаһы б‑са М.‑И. ш. уҡ исемле спектакле, Ғ.Исхаҡиҙың “Зөләйха”, Х.Ғ.Ғәбитовтың “Ынйыҡай менән Юлдыҡай”, Д.Юлтыйҙың “Ҡарағол”; 20—30‑сы йй. производство драмаһына мөрәжәғәт итә: А.М. Таһировтың “Завод” һәм “Үрнәк”, В.М.Киршондың “Икмәк” (“Хлеб”) һ.б. 1930 й. Мәскәүҙә СССР халыҡтары театрҙары һәм сәнғәтенең Бөтә Союз олимпиадаһында социалистик реализмдың художество алымдарының төп принциптары т‑дағы доклад м‑н сығыш яһай. Репрессиялана (1937), атыла. 1957 й. аҡлана.
Х е ҙ м.: Татар театры тарихыннан. М., 1926 (авторҙ.).
Әҙәб.: З ө б ә и р о в Ә.Ф. Башҡорт дәүләт күсмә театры ауылдарҙа. Өфө, 1928.
Һ.С.Сәйетов
Тәрж. Г.Һ.Ризуанова