МОСТАФИНА-НИҒМӘТУЛЛИНА Флүрә Миңлейәр ҡыҙы
МОСТАФИНА-НИҒМӘТУЛЛИНА (Мостафина) Флүрә Миңлейәр ҡыҙы (16.12.1941, БАССР‑ҙың Благовар р‑ны Өйҙөрәкбаш а.), актриса. БАССР‑ҙың халыҡ (1990) һәм атҡ. (1979) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1969). Өфө сәнғәт уч‑щеһын (1964; Ғ.Ғ.Ғиләжев курсы) тамамлағандан һуң 2006 й. тиклем Салауат драма театры актрисаһы, бер үк ваҡытта 1989—2001 йй. — Салауат музыка колледжында, 2006—10 йй. Салауат ҡ. Сәнғәт үҙәгендә уҡыта. Актриса ижадында лирик-драматик башланғыс, ролдәрҙе ентекләп өйрәнеүгә ынтылыш, көнкүреш алымдары аша тулы художестволы образ аса белеү оҫталығы асыҡ сағыла. Төп ролдәре: Клава (“Туй көнө” — “В день свадьбы”, В.С.Розов; дебют, 1965), Сажиҙә (“Еҙнәкәй”, Х.К.Ибраһимов), Ҡарлуғас (Б.Бикбайҙыңш. уҡ исемле драмаһы), Ғәлимә (М.Ғафуриҙың “Ҡара йөҙҙәр” повесы б‑са Ғ.Әмириһәм В.Ғ.Ғәлимовтың ш. уҡ исемле инсценировкаһы), Кәләш (“Ҡанлы туй” — “Кровавая свадьба”, Ф.Гарсия Лорка). Майнур роле (“Йәшенле ямғыр”, З.Ҡ.Атнабаева) иң күренекле ролдәренең береһе.
Тәрж. Г.Һ.Ризуанова