МУШТАКОВ Геннадий Андреевич
МУШТАКОВ Геннадий Андреевич (25.6.1955, Мордва АССР‑ы Явас ҡсб), актёр. БР‑ҙың халыҡ (2007) һәм атҡ. (2001) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (2001). Һарытау театр уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1975; Н.И.Басин, Ю.М.Сальянец курсы) Липецк, Ырымбур, Серов, Смоленск ҡҡ. театрҙары, 1986 й. алып һәм 1990 й. башлап Стәрлетамаҡ урыҫ драма театры, 1988 й. — Өфө респ. урыҫ драма театры, 2010 й. — “Һамар майҙаны” Һамар театры актёры. Төрлө пландағы актёр, нәфис һүҙ оҫтаһы. Айырыуса киҫкен характерлы ролдәрҙе көслө итеп уйнай. Төп ролдәре: Сальников (“Исемлектә юҡ ине” — “В списках не значился”, Б.Л.Васильевтың ш. уҡ исемле повесы б‑са; дебют, 1975, Липецк драма театры), Кочкарёв, Яичница (“Өйләнеү” — “Женитьба”, Н.В.Гоголь), Великатов, Ермил Зотыч Ахов [“Таланттар һәм табыныусылар” — “Таланты и поклонники”, “Олигарх”, А.Н.Островскийҙың “Ҡапҡан һайын ҡалъя эләкмәй” (“Не всё коту масленица”) пьесаһы б‑са], Бруно Кречмар (“Бер дәртле мөхәббәт тарихы” — “История одной страсти”, В.В.Набоковтың “Камера обскура” романы б‑са), Иван Коломийцев (“Һуңғылар” — “Последние”, М. Горький), Ставрос (“Тестостерон”, А.Сарамонович), Дюбарт (“Коломбо”, Ж.Ануй), Пётр Николаевич Сорин (“Аҡсарлаҡ” — “Чайка”, А.П.Чехов), Режиссёр ярҙамсыһы (“Беҙҙең ҡаласыҡ” — “Наш городок”, Т.Н.Уайлдер), айырыуса Хапун роле (В.И.Ольшанскийҙың ш. уҡ исемле пьесаһы) иң билдәле эштәренең береһе була. А.А.Блок, В.П.Катаев, В.В.Маяковский әҫәрҙәре б‑са “Минең алмас тажым” (“Алмазный мой венец”) муз.‑шиғри композицияһы авторы һәм башҡарыусыһы. Рәсәйҙең бәләкәй ҡалалары театрҙары фестивале лауреаты (Вышний Волочёк ҡ., 2006).
И.А.Бондарева
Г.Һ.Ризуанова