Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

НӘҘЕРҒОЛОВ Азат Әхмәҙулла улы

Просмотров: 1405

НӘҘЕРҒОЛОВ Азат Әхмәҙулла улы (1.8.1962, БАССР‑ҙың Йылайыр р‑ны Юлдыбай а.), актёр, режиссёр. БР‑ҙың халыҡ (1997) һәм атҡ. (1994) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1989). ӨДСИ‑не (1983; Р.В.Исрафилов курсы), ГИТИС‑ты (1992; А.А.Васильев курсы) тамамлаған. 1983—89 йй. БАДТ актёры, 1992 й. алып реж., 1997 й. — художество етәксеһе, 2000 й. — БР Милли йәштәр театры реж., 1993 й. алып һәм 2002—04 йй. художество етәксеһе, бер үк ваҡытта 1992 й. башлап ӨДСИ‑лә уҡыта. Һөйкөмлөлөк, вокаль һәләттәре Н. лирик-романтик пландағы актёр итеп билдәләй: Нурик (“Хушығыҙ, хыялдарым...”, Ә.Ҡ.Атнабаев; дебют, 1981), Сильва (“Өлкән улым” — “Старший сын”, А.В.Вампилов), Шәрәф (“Аҫылйәр”, М.Фәйзи) һ.б. Режиссёр булараҡ тәүге эше — 1992 й. ҡуйылған Ф.М.Бүләковтың “Талаҡ, талаҡ” спектакле. Н. режиссёрлыҡ манераһына төрлө художество алымдарҙы ҡулланыу хас: “уйын театры” (мәҙәк-аллегория, апарт репликалар, импровизация, сәхнә күренешенә тамашасыларҙы йәлеп итеү) – Э.Де Филиппоның “Филумена Мартурано” пьесаһы б‑са “Илай белмәгән ҡатын”, Лопе де Веганың “Тиле” (“Дурочка”), К.Гольдониҙың “Ике байҙың хеҙмәтсеһе” (“Слуга двух господ”), хикәйәләүсе образын индереү – Ш.Р.Рәхмәтуллиндың “Уйындан – уймаҡ”, Г.Ш.Ҡәйүмовтың “Һинд ҡыҙы”, А.П.Чеховтың “Аҡсарлаҡ” (“Чайка”); персонаждың үткән тормошон йәки киләсәген аңлатҡан өҫтәмә сәхнә композициялары — Н.Ғәйетбайҙың “Аты барҙың – дәрте бар”, “Айгөл иле”. Н. ижадында башҡорттарҙың тарихи шәхестәре т‑да спектаклдәр ҙур урын алып тора: М.Кәримдең “Салауат. Өн аралаш ете төш” трагедияһы б‑са “Салауат”, Бүләковтың “...Шайморатов‑генерал” һәм “Дала ҡиссаһы” спектаклдәрендә ул рухи яңғыҙлыҡ, тормош юлын ирекле һайлау, халыҡ алдындағы яуаплылыҡ тойғоһо темаларын фәлс. яҡтан яҡтырта. Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрында — Р.Ҡол‑Дәүләттең “Бермуд өсмөйөшө”, Сибай башҡорт драма театрында — Н.Ғәйетбайҙың “Эңер төшкәндә”, “Сулпан” театрында “Урал батыр” эпосы мотивтары б‑са “Урал батыр” спектаклдәрен ҡуя. Байтаҡ театрлаштырылған тамашалар, концерттар, ш. иҫ. 1‑се Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы [ҡара: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)] сиктәрендә үткәрелгән, Мәскәүҙә БР көндәрендәге (1997) концерттарҙың режиссёры. Н. художество етәксеһе булған осорҙа Йәш тамашасы театрында актёрҙар составы туплана, өлкәндәр өсөн дә тәғәйенләнгән репертуар барлыҡҡа килә, был башҡ. һәм урыҫ труппаларының берләшеүенә, театрҙың БР Милли Йәштәр театры тип үҙгәртелеүенә булышлыҡ итә.

Әҙәб.: К у с и м о в а С.Г., В е р б и ц к а я Г.Я. Театр в пьесах, спектаклях и лицах (драматическая сцена Башкортостана в 70—90‑е годы ХХ века). Уфа, 2002.

Т.Д.Бабичева

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 03.03.2023