Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЛАЗАРЕВ Дмитрий Ильич

Просмотров: 1290

ЛАЗАРЕВ Дмитрий Ильич [8.11.1922, БАССР‑ҙың Бөрө кантоны Братовщина а. (БР‑ҙың Ҡалтасы районы) — 28.2.1991, Ярославль ҡ.], Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1942 й. июненән Ялан, Көньяҡ-Көнбайыш, 2‑се Украина һәм 1‑се Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 2‑се гвардия танк армияһы 12‑се гвардия танк корпусы 34‑се гвардия мотоуҡсылар бригадаһы артиллерия дивизионының орудие командиры гвардия сержанты Л. 1945 й. 21 ғинуарында Иновроцлав ҡ. (Польша) өсөн һуғышта күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Демобилизациянан һуң (1948) Ҡалтасы киптереү комбинатының бүлек начальнигы; 1949 й. алып Ярославль ҡ.: китап нәшриәтендә, музей-ҡурсаулыҡта (директор урынбаҫары) эшләй. Ленин (1945), Ҡыҙыл Байраҡ (1945), 1‑се (1985) һәм 2‑се (1945) дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ (1945) ордендары менән бүләкләнгән. Л. исеме Ҡалтасы районы Ҡалтасы һәм Краснохолмский аа. урамдарға бирелгән, Ҡалтасы а. бюст һәм Братовщина а. иҫтәлекле стела ҡуйылған.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.04.2023
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: