Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЛАНДМИЛИЦИЯ

Просмотров: 1011

ЛАНДМИЛИЦИЯ (нем. land — ил һәм лат. militia — ғәскәр), 18 б. Рәсәйҙә ил сиген һаҡлау өсөн урынлаштырылған ғәскәр төрө. Башҡортостанда 1731 й. Яңы Кама аръяғы сик һыҙығы ҡәлғәләрен һәм нығытмаларын (ҡара: Кама аръяғы сик һыҙығы) һаҡлау өсөн ойошторола. Кама аръяғы Л. однодворецтарҙан һәм хеҙмәтле кешеләрҙән төҙөлгән йәйәүле (Алексеевск; 1560 кеше) һәм атлы 3  драгун (Биләр, Сергиевск, Шишмә; 2652 кеше) полктары ингән. Полктар Ырымбур экспедицияһы (1734—44) нач. буйһонған. Л. ҡаҙнанан эш хаҡы алмаған, хужалыҡ алып барыу өсөн ер м‑н тәьмин ителгән. Л. полктары башҡорт ихтилалдарын (1735—40) баҫтырыуҙа ҡатнаша. 1738 й. 15 февр. указ б‑са 1744 й. Ырымбур сик һыҙығына күсереләләр. 1769 й. Л. Алексеевск пехота полкы армия полкына күсерелә, 1771 й. атлы драгун полктары еңел ялан командалары итеп ҡайтанан төҙөлә.

Р.Н.Рәхимов

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: