Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЛАРИН Юрий Анатольевич

Просмотров: 1276

ЛАРИН Юрий Анатольевич (2.2.1922, Стәрлетамаҡ ҡ. — 27.7.1981, Өфө ҡ.), артиллерист, өлкән лейтенант (1952). Дан орденының тулы кавалеры. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Офицерҙар составын камиллаштырыу курстарын тамамлаған (1949). 1938—39 йй. “Динамо” спорт йәмғиәте (Өфө ҡ.) инструкторы булып эшләй. 1940 й. алып Совет армияһында. 1941 й. июненән Көнбайыш, Төньяҡ-Көнбайыш, 2‑се Балтик буйы һәм 1‑се Белоруссия фронттарында 69‑сы армия 370‑се уҡсылар дивизияһы 1234‑се уҡсылар полкы артиллерия батареяһының орудие командиры, взвод командиры булып хеҙмәт итә. Дан ордендары менән Л. 1944 й. апрелендә Украина ССР‑ы Ковель ҡ. янындағы, 20—26 августа Гура-Пулавска һәм Садловице торама пункттары, 1945 й. 14 ғинуарында — 3 февралендә Пулавы ҡ. (бөтәһе лә — Польша) эргәһендәге һуғыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн бүләкләнә. Запасҡа сыҡҡандан һуң (1953) “Геофизприбор” Өфө ПБ‑нда, артабан “Башгипроводхоз” институтында (Өфө ҡ.) технолог, инженер булып эшләй. 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1944), 1‑се (1945 й. марты), 2‑се (шул уҡ йылдың ғинуары) һәм 3‑сө (1944) дәрәжә Дан ордендары менән бүләкләнгән. Уның исеме менән Өфө ҡ. урам аталған.

  Әҙәб.: Е р о ш и н А.Е. Солдатская смекалка //Не ради славы. М., 1969.

Ғ.Һ.Булатов, А.Р.Вәлиуллин

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.04.2023
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: