НИҒМӘТУЛЛИН Мулланур Абдулхай улы
НИҒМӘТУЛЛИН Мулланур Абдулхай улы (28.10.1941, БАССР‑ҙың Мәсетле р‑ны Йонос а. – 11.2.2002, Сибай ҡ.), актёр. БАССР‑ҙың халыҡ (1989) һәм атҡ. (1978) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1979). Өфө сәнғәт уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1966; И.Х.Йомағолов курсы) Мәсетле район мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе, 1968—2002 йй. Сибай башҡорт драма театры актёры. Төрлө пландағы байтаҡ ролдәр башҡара: Сәлмән (“Зәйтүнгөл”, Н. Асанбаев), Мәхмүт (“Йәйәүле Мәхмүт”, М.Кәрим), Үтәғол (“Башҡорт туйы”). Комедияларҙағы геройҙары сағыу халыҡсан юмор, тәбиғилек м‑н айырылып тора: Мөхәмәтша мулла (“Ҡоҙаса”, Б.Бикбай һәм З.Ғ.Исмәғилев), Ҡотлобай (“Ҡартаямы ни һуң йөрәк?..”, Н.Ғәйетбай), Тимербай (“Эх, Байтимер дуҫ!”, Р.М.Кинйәбаев) һ.б.
Тәрж. Г.Һ.Ризуанова