Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“НУР”, Өфө дәүләт татар театры

Просмотров: 1392

“НУР” Ө ф ө д ә ү л ә т т а т а р т е а т р ы. 1989 й. театр-студия булараҡ ойошторола, 1991 й. алып хәҙ. статусын һәм исемен йөрөтә (актриса С.Ғиззәтуллина‑Волжская труппаһының исеме б‑са). Тәүге ижад миҙгеле 1992 й. асыла. Башланғыс осор репертуары башлыса татар классик драматургияһы әҫәрҙәренән тора: Ғ.Камал, М.Фәйзи әҫәрҙәре б‑са “Беҙҙең ҡаланың серҙәре”, Ф.Сәйфи‑Ҡазанлының “Йәмһеҙ тормош”, К.Ғ.Тинчуриндың “Һүнгән йондоҙҙар”, Х.Вәхиттең “Берҙән‑берем, бәхет гөлөм” һ.б. спектаклдәре. Был йылдар спектаклдәренә романтик күтәренкелек, лиризм, шиғри тәьҫирлелек хас була, был айырыуса Ғ.Исхаҡиҙың “Көҙ” повесы б‑са И.А.Мөхәмәтвәлиевтең ш. уҡ исемле спектаклендә асыҡ сағыла. Спектакль “Науруз” Халыҡ‑ара төрки халыҡтар театр фестивалендә байтаҡ наградаларға лайыҡ була (1998, Ҡазан). Б.Н.Ибраһимовтың спектаклдәре психологик киҫкенлек, идея- художество тәьҫирлелеге м‑н айырылып тора: Т.Ғиззәт һәм Й.Фәйзиҙең “Башмағым”, Ғ.Исхаҡиҙың “Зөләйхә”, А.Н.Арбузовтың “Бәхетһеҙ Маратым минең” (“Мой бедный Марат”), М.Фәйзиҙең “Аҙашҡан күңел” һ.б. Постановкаларҙы ш. уҡ Ф.Ҡ.Ҡасимова, Ә.Ҡ.Сафиуллин, Й.Әбсәләмова, ТР‑ҙан реж. Ф.Р.Бикчәнтәев, Р.М.Әйүпов ҡуя; сәхнәне художестволы биҙәүҙе — Н.Ғ.Байбурин, Т.Ғ.Йәнекәев, Б.Я.Торик, К.Чарыев; музыка йәһәтенән биҙәүҙе Н.Ә.Дауытов, О.Х.Киреев, С.Ә.Низаметдинов, Р.Р.Сәғитов, И.М.Хәлилов башҡара. Труппаның тәүге составына Р.Р.Ғәйфуллина, Р.Т. Ғәндәлипова- Йәнекәева, М.Г.Исхаҡов, И.Б.Кәлимуллин, Р.Т.Мөхәмәҙиев, Г.М. Мөхәмәҙиева, С.Ғ.Сираева, Р.Р.Фәхруллина һ.б. инә. 1996 й. ӨДСИ‑лә театр өсөн махсус ойошторолған курсты тамамлаусылар Э.Я.Ғәзизуллин, А.Ф.Ғүмәрова, Р.Ф.Зарипова, Р.С. Мөҙрисов, М.Н.Сәйетова‑Ғиззәтуллина һ.б. ҡабул ителә. 90‑сы йй. уртаһынан алып башлыса комедиялар ҡуйыла: Р.И. Вәлиевтең “Әйҙә барайыҡ, ҡыҙҙар ҡарайыҡ”, Р.Ҡол-Дәүләттең “Һаҡлайыҡ әле күңел хистәрен”, Аманулланың “Ҡибла ҡайҙа?”, Ф.Г.Яруллиндың “Мөхәббәт диңгеҙе”, ш. иҫ. муз. — У.А.Гаджибековтың “Аршин мал алан” пьесаһы б‑са “Рәхмәт һиңә, Сөләймән!”, И.Х.Йомағоловтың “Мөхәббәт ҡоштары”, Ғ. Камалдың “Беренсе театр” һәм М.Фәйзиҙең “Йәштәр алдатмайҙар” пьесалары б‑са “Өсөнсө әтәскә ҡәҙәр”; лирик — Г.Несиндың “Үлтер мине, йәнем!” (“Убей меня, голубчик!”) комедиялар; ш. уҡ драмалар һәм трагедиялар: А.М. Ғиләжевтең “Өс аршин ер”, З.Хәкимдең “Күрәҙәсе”, Т.Ғ.Миңнуллиндың “Ай булмаһа, йондоҙ бар”; классик драматургиянан — У.Шекспирҙың “Ромео һәм Джульетта” (“Ромео и Джульетта”), сәхнәләштерелгән әҫәрҙәр: А.С.Пушкиндың “Баҡсаһарай фонтаны” (“Бахчисарайский фонтан”) һәм “Илаһи камиллыҡтың илаһи күренеше” (“Чистейший прелести – чистейший образец”) әҫәрҙәре б‑са С.Й.Латипов м‑н Х.Г.Фәтихованың “Күҙ йәше фонтаны” ҡуйыла. Был йылдарҙа “Н.” художество‑эстетик программаһында театрлаштырылған тамашалар, концерттар традицияларына нигеҙ һалына: “Хушлашабыҙ осрашыр өсөн”, “Һиңә юлды табырға ине...”, “Йырҙарымды һеҙгә бүләк итәм!” һ.б. Постановкалар эшен ш. уҡ Ә.Ә.Абушахманов, Ф.М.Ибраһимов, Б.Н.Манджиев, И.Р.Саҡаев, А.Р. Хәбибрахманова, И.Р.Әхмәтвәлиев алып бара. Сценография м‑н О.Р. Ғималетдинова, Н.Г.Ғәбиҙуллина, А.И. Карякин, Д.П.Хильченко, муз. биҙәү м‑н А.В.Карташов, А.М.Нәбиев, Р.М. Хәсәнов шөғөлләнә. Коллективҡа И.С.Ғәниева, В.Ғ.Ҡалмантаева, Д.З.Фәйзуллина, ӨДСИ‑нең татар курсын тамамлаусылар З.Ф.Әсәҙуллина, И.А.Булатов, Р.Р.Ғәлиев, Г.Х. Хәсәнова һ.б. ҡушыла. 2000 йй. башынан театрҙың ижади эҙләнеүҙәре репертуарҙы, художество алымдарын һәм кәүҙәләндереү сараларын, үҙенсәлекле концепциялар һәм сәхнә ҡоролоштарын, жанрҙарын байытыуға бәйле [эксцентрик комедия — “Мин һеҙгә әфлисундар килтерҙем” (“Я принесла вам апельсины”), А.Николаи, “Борон-борон заманда...” (“Давным давно”), Аманулла, “Типтерәм әле доньяһында!”, Ғ. Камалдың “Банкрот” пьесаһы б‑са; мелодрама — “Гүргә инер сер ине” һәм “Гүргә инер сер ине‑2”, Р.М.Кинйәбаев, “Ябалаҡ боролошонда”, Ф.М.Биғәшев; драматик повесть — “Ҡар өҫтөндә күбәләк”, Н.М.Ғиматдинова; блюз‑комедия — “Төнгә кереп юғалма” (“Не уходи в ночь”), А.Винокуров; трагикомедия — “Күңелдәрҙә көмөш ҡыңғырау”, Д.Х.Сәлихов; муз.-романтик спектакль — Р.Н. Гюнтекиндың “Һайрар ҡошом” (“Птичка певчая”) романы б‑са ш. уҡ исемле спектакль һ.б.]. А.П.Чеховтың “Апалы-һеңлеле өсәү” (“Три сестры”) пьесаһы мотивтары б‑са Литва реж. Л.‑М.Зайкаускас (үҙенең инсценировкаһы) “Өс һеңле. Йылдар үткәс...” спектаклен сәхнәгә ҡуя, спектакль ябай сценография, образдарҙы традицион булмағанса трактовкалау, ҡатмарлы метафорик тел стилистикаһына ҡоролған. Реж. Сафиуллин ҡуйған М.А. Ғиләжевтең “Бисура” пьесаһы б‑са “Төштәремә керәһегеҙ”, М.Кәримдең “Киске табын” спектаклдәре режиссёрлыҡ идеяһының аныҡлығы, фәлс. йүнәлеше, “Ғәлиәбаныу”, Тинчуриндың “Наҙлы кейәү” — автор тексына яуаплы ҡараш, милли характерҙы, көнкүреш үҙенсәлектәрен теүәл асыу м‑н билдәләнгән. Реж. Әхмәтвәлиев спектаклдәренә нескә художестволы формалар хас: М.Себастьяндың “Йыраҡтағы яҡын йондоҙ” (“Безымянная звезда”), көслө драматизм — М.А.Ғиләжевтең “Ваҡыт юғалтҡанда”, еңелсә хистәр — И.Бикбулатованың “Аҡлы-ҡаралы мәрәкә” пьесаһы. Реж. И.И.Вәлиев башлыса башҡ. драматургияһына мөрәжәғәт итә: Х.К.Ибраһимовтың “Еҙнәкәй”, Ә.Ҡ.Атнабаевтың “Игеҙәктәр”, М.Әмирҙең “Янамын да көйәмен”, Салауат Юлаевҡа арналған Ф.М.Бүләковтың “Гөлбәзир” спектаклдәре. 2007 й. И.Жамиактың “Акапулько, мадам!” пьесаһы б‑са “Осабыҙмы?!” (“Полетели?!”) спектакле м‑н эксперименталь постановкалар өсөн камера сәхнәһе; 2008 й. “Эй, мөҡәддәс моңло сазым!” (Ғ.Туҡайға арналған) спектакль‑уйланыу м‑н зал‑диалог асыла. Постановкалар эшен ш. уҡ А.Ә.Абушахманов, Бикчәнтәев, И.Ғ.Ғиләжев, Г.М.Ильясова, М.Г.Күлбаев; сценографтар А.Л.-Х.Ғиләжев, Э.Р.Ғиззәтуллин, С.Г.Скоморохов, М.П.Утробина; комп. А.С.Аҡсурин, У.М.Иҙелбаев, М.И.Шәмсетдинова; хореографтар С.С.Әминева, В.С.Кантюков һ.б. эшләй. Коллективҡа актёрҙар С.Ғәйнетдин‑Ағиҙелский, Л.Ф.Ғәниева, Н.А.Искәндәрова, Р.М. Сәлихов, А.Р.Фәтихов; ӨДСИ‑не тамамлаусылар И.Р.Вәлитов, Д.Р.Сәйетова, И.И.Хәкимов, А.Р. Шәрәфетдинов, Ҡазан мәҙәниәт һәм сәнғәт ун‑тын тамамлаусылар Г.Б. Биктимерова, А.Х.Ғабдуллина, Л.З. Ибраһимова, М.М.Хәсәнов һ.б. ҡабул ителә. “Н.” ТР театрҙары м‑н хеҙмәттәшлек итә:__ Ғ.Камал ис. Татар театрының (Ҡазан) 100 йыллығына арналған Миңнуллиндың “Әсәйҙәр һәм бәпәйҙәр” спектакле ҡуйыла, төп ролде ошо театрҙың актрисаһы, РФ‑тың, ТАССР‑ҙың халыҡ артисы Н.Ғ.Ихсанова уйнай. 2008—13 йй. театрҙа ватан һәм сит ил әҙәб. классиктары әҫәрҙәре б‑са спектаклдәр күрһәтелә: Н.Асанбаевтың “Һыу юлы”, Н.Ғәйетбайҙың “Иреңде миңә һат”, “Ғашиҡтар көнө”, Тинчуриндың “Американ”, Р.Куниҙың “Мөхәббәт өсмөйөшө” (“Любовь на троих”) пьесаһы б‑са “График буйынса мөхәббәт”, А.Н.Островскийҙың “Ғәйепһеҙ ғәйеплеләр” (“Без вины виноватые”) пьесаһы б‑са “Һуңлаған бәхет”, К.Гольдониҙың “Ҡунаҡхана хужабикәһе” (“Хозяйка гостиницы”) пьесаһы б‑са “Шаян хужабикә” комедиялары; Н.Хикмәттең “Йүләр”, Миңнуллиндың “Эҙләнем, бәғерем, һине!”, Л.Герштың “Ирекле күбәләктәр” (“Эти свободные бабочки”) мелодрамалары, драмалар, әкиәттәр, театрлаштырылған тамашалар һ.б. “Н.” Рәсәй буйлап гастролдәрҙә була. Баш реж. — Б.Н.Ибраһимов (1991—95), Сафиуллин (1997 й. алып). Дир. — М.Т.Мөҙәрисов (1992 й. алып), У.Р.Ғирфатуллин (1994 й. алып), И.Ә.Хәзиев (2014 й. алып). 1991—2000 йй. театр “ВЛКСМ‑дың 40 йыллығы” мәҙәниәт һарайы, “Авангард” мәҙәниәт һарайы биналарында урынлаша; спектаклдәр “УЗЭМИК‑тың мәҙәниәт һәм техника һарайы, “Мотор эшләүсе” мәҙәниәт һарайы сәхнәләрендә күрһәтелә. 2000 й. алып СССР‑ҙың 50 йыллығы урамында үҙ бинаһы бар (2000 й. — Кесе зал, 2003 й. Ҙур зал асыла). 1999 й. театрҙың музейы барлыҡҡа килә.

Әҙәб.: И к с а н о в а Г. О театре и не только: очерки, интервью, рец. Уфа, 2006.  

 

 Һ.С.Сәйетов

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

 

 

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.04.2023